АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Март 2023, 19:50

САҘАҠА КӨСӨ (Хикәйәт)

Юлдан китеп барыусы бер йәйәүле сүлмәк күреп ҡала һәм уны таяғына эләктереп, ситкә ырғыта (Мосолман кешеһе юлсыға ҡамасауларҙай, зарар килтерерҙәй әйберҙе юлдан ситкә сығарып ташларға бурыслы). Сүлмәк эсендә йылан булған икән. Йылан сүлмәктән сығып йәйәүлегә ташлана.Йылан күҙ алдында ҙурая башлай. Сүлмәктә сағында 2-3 ҡарыштан артыҡ оҙон булмаған был йылан 5-6 ҡолас оҙонлоғона етә һәм юлсыны быуа башлай. Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән тип, тирә-яғына күҙ һала. Ҡапыл йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты күренә. Бәләгә тарыған йәйәүле баштан-аяҡ ҡоралланған һалдаттарға ҡысҡыра. Әммә һалдаттар уға иғтибар итмәйенсә үтеп китә.

САҘАҠА КӨСӨ (Хикәйәт)
САҘАҠА КӨСӨ (Хикәйәт)

Юлдан китеп барыусы бер йәйәүле сүлмәк күреп ҡала һәм уны таяғына эләктереп, ситкә ырғыта (Мосолман кешеһе юлсыға ҡамасауларҙай, зарар килтерерҙәй әйберҙе юлдан ситкә сығарып ташларға бурыслы). Сүлмәк эсендә йылан булған икән. Йылан сүлмәктән сығып йәйәүлегә ташлана.

Йылан күҙ алдында ҙурая башлай. Сүлмәктә сағында 2-3 ҡарыштан артыҡ оҙон булмаған был йылан 5-6 ҡолас оҙонлоғона етә һәм юлсыны быуа башлай. Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән тип, тирә-яғына күҙ һала. Ҡапыл йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты күренә. Бәләгә тарыған йәйәүле баштан-аяҡ ҡоралланған һалдаттарға ҡысҡыра. Әммә һалдаттар уға иғтибар итмәйенсә үтеп китә.
Йылан табышын быуыуҙы дауам итә. Бәләгә тарыған кеше ҡотолоуҙан өмөтөн өҙмәй. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы, тип тағы юлға ҡайырылып ҡарай. Унда утыҙ һалдаттан торған һыбайлы ғәскәр күренә. Бөтә көсөн йыйып, бәләгә тарыған юлсы һыбайлылырға ҡысҡыра, ярҙам итеүҙәрен үтенә. Һыбайлылар бәләгә тарыған кешене күрмәйенсә үтеп китә.
Бер аҙҙан юлда зәғиф, сибек, йолҡош ҡына бер кеше күренә. Һылтыҡлай-һылтыҡлай килә ул. "Йәйәүле ғәскәр ҙә, атлы ғәскәр ҙә ҡотҡарманы. Был меҫкен генә кешенең ярҙамы тейерме икән?" - тип икеләнә хәле мөшкөл юлсы. Шулай ҙа бүтән сараһы ҡалмағас, уға өндәшә, ярҙам итеүен үтенә.
Сибек юлсы ниндәйҙер доға уҡып, сүлмәкте юл ситенә ҡуя. Йылан яңынан бәләкәй хәленә ҡайта һәм сүлмәккә инеп юғала.
Бәләнән ҡотолған кешегә ҡотҡарыусыһы ошоларҙы һөйләй:
- Йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты - биш ваҡыт намаҙың. Һин биш ваҡыт намаҙыңды уҡымағанһың. Шуға күрә теге биш һалдат һине күрмәгән дә, ишетмәгән дә, - тип аңлатҡан әүлиә. - Ә инде утыҙ һыбайлы - утыҙ көнлөк ураҙаң. Һин ураҙа тотмағанһың. Шуға улар һиңә ярҙам итмәгән.
Ҡасандыр бер фәҡиргә ярты икмәкте саҙаҡа итеп биргән була юлсы. Сибек, аҡһаҡ кеше - ана шул саҙаҡа икән. Ихлас күңелдән бирелгән саҙаҡа әҙәм балаһын бәләгә тарығанда хәленән килгәнсе ҡотҡарырға тырыша.

 

ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН.

Автор:Резеда Валиева