Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Март 2023, 15:10

Мазһар олатай китеп барған...

-Инмәгеҙ өйгә, Мазһар олатайың китеп барған... -Ҡайҙа китһен ул, ана ята диванда. Төндә ишекте лә асманы, беҙ аҡыртҡан музыканы ла ишетмәй ята... -Үлеп ята бит... -Ә? -Эйе, күптән үлгәндер, тәне һыуынып бөткән... -Ыста!

Мазһар олатай китеп барған...
Мазһар олатай китеп барған...

 

Ситтән тороп институтта уҡығанда сессияға апайымдарҙа туҡтала инем. Бер юлы төндә такси менән килдем. Ишектәрен туҡылдатам-туҡылдатам берәү тороп асмай. Таңғы йоҡо тәмлелер инде, үле кеше шикелле йоҡлайҙар...

Аптырап тәҙрә туҡылдата башланым. Залдағы диванда берәү ята. Әммә минең шаҡылдатыуға бөтөнләй реакцияһы юҡ. Йоҡо бүлмәһе тәҙрәһен барып ҡаҡҡайным, һеңлем уянды ла ишекте асып индерҙе.

-Зилә апай һинме әллә? Әсәйҙәр өйҙә юҡ. Мин ни бер нәмә белмәй йоҡлап тик ятам ул. Кистән Мазһар олатай килгәйне. Әҙерәк һуҡмыш һымаҡ та ине. Залда шул ята,--тип һөйләнде, үҙе эргәһенә төнгө ҡунағына урын йәйеп.

Юлдан арып килгәс, башымды яҫтыҡҡа терәгәс тә йоҡлап киттем.

Май айының наҙлы ҡояшы иркәләп кенә уятты. Әй, матур, илаһи мәл! Сирендәр сәскә ата, үлән йәп-йәшел! Күңелдәр ҙә иләҫ-миләҫ! Етмәһә, бөгөн кис Динисламы килеп етәм тине. Зилә лә уянған. Аҡыртып музыка ҡуйған, сәйе газ плитәһе өҫтөндә борҡоп ҡайнап ултыра, үҙе бутҡа бешерәме шул, әллә нимәләр әҙерләй.

Икәүләп ҡысҡыра-ҡысҡыра һөйләшәбеҙ, ә Мазһар олатай ҡулын маңлайының һыртына ҡуйған да йоҡлап тик ята. Ярар төндә ишетмәгән ти, әле бит ул уянырға тейеш тә һуң? Музыка яңғырап тора, Әминә менән кемуҙарҙан ҡысҡырып һөйләшәбеҙ.

-Әллә үлеп ята инде? – тинем дә яҡын барып ҡарайым. Тын алған кеүек.

-Юҡтыр. Эскән кешегә ни нимә, тауыш ни, музыка ни яталыр башы шаңҡып, -- ти Әминә иҫе китмәй генә.

Ярар ятҡас ятһын, беҙ сәй эсәйек, тинек тә ашап алдыҡ та өйҙө йыйыштырырға тотондоҡ. Урындарҙы йыйып, саңһурғыс менән геүләтеп бүлмәләрҙе һурҙырып алдыҡ. Эш гөрләп тора тора инде. Беҙҙең егәрлелекте олатай ғына күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Аҙаҡ тышҡа сығып китеп баҡсала эш менән булыштыҡ. Бөгөнгә ял, иртәгә уҡыу башланғансы рәхәтләнеп ҡалырға кәрәк!

Әминә баҡсала соҡоноуын дауам итте. Мин дә һыуһағас өйгә инеп сығайым әле тип тупһаға баҫһам, күршелә генә йәшәгән Сабир олатайым ишеккә арҡыры торған.

Уны урап үтәп тиһәм, үткәрмәй ҡырҡыша:

-Инмәгеҙ өйгә, Мазһар олатайың китеп барған...

-Ҡайҙа китһен ул, ана ята диванда. Төндә ишекте лә асманы, беҙ аҡыртҡан музыканы ла ишетмәй ята...

-Үлеп ята бит...

-Ә?

-Эйе, күптән үлгәндер, тәне һыуынып бөткән...

-Ыста!

Беҙҙең гәпләшкәнде күреп Әминә лә беҙҙең янға ашыҡты. Үлем хәбәренән ул да шаңҡыны. Тимәк, мин һин килгәнсе яңғыҙым үлгән олатайым эргәһендә йоҡлап ятҡанмын?! Әсәәәййй! – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

-Үлгән кешенән ҡурҡырҡа ярамай. Ул ни нимә, маңлайын ҡаплаған да ята бирә. Тере кешенән ҡурҡығыҙ, - тине лә Сабир олатай, өйгә инеп китте...

Беҙ Әминә менән торған урында шаҡ ҡаттыҡ! Кеше үлеп ятҡан, ә беҙ уның янында шайтан туйы ойоштороп, аҡыртып музыка ҡуйып, саң һурҙырып йөрөнөк! Үлгән кеше тороп бейер, Мирфәйзәнең көйөнә тиһәләр ҙә, ниндәй дәртле музыка тыңлаһаҡ та олатайыбыҙ уянманы ла, торманы ла, йоҡлаған еренән генә баҡыйлыҡҡа күсте лә ҡуйҙы.  

Яңғыҙ ғына көн иткән Мазһар олатайҙы ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Алды, арты хәйерле булһын тип, хәйер-саҙаҡалар тараттыҡ. Өләсәйем мәрхүмә үлгән кеше менән бер йортта йоҡларға ярамай, йәндәр алмашыныуы бар, тип гел беҙҙе ҡурҡыта ине...

Әминә һеңлем оҙаҡ ҡына өйҙәрендә йоҡлай алмай, ҡурҡып, шөрләп йөрөнө, көслө муллаларға йөрөтөп кенә әсәһе уны кеше итеп алды.

-Шулай бына, кеше йоҡлатып сығарырға ғына индер ҙә бәләгә тары инде, балаң үҙ өйөндө йоҡларға ҡурҡа хәҙер, - тип һуҡранды апайым.

Уйламағанда, итмәгәндә шулай мәйет менән төн уҙғарырға тура килде...Шул хәлдән һуң мин тормоштоң мәғәнәһен аңланым, бик уйландым һәм иманға ҡайттым. Хәҙер мин үлеләрҙең ҡурҡыныс түгеллеген аңлайым. Үлем ул ике донъя араһындағы ишек кенә икән: береһенән сығаһың да, икенсеһенә инәһең. Ниндәй ғәмәлдәр менән инәһең, ожмахҡа эләгәһеңме, тамуҡҡа юлланаһыңмы – быныһын Аллаһ Тәғәлә генә белә...

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: