АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Ғинуар 2023, 11:45

Тоғро дуҫҡа арнала

Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Изге эт ҡултығы” күргәҙмәһе эшләй. Унда Ханты-Манси өлкәһенең Тәбиғәт һәм кеше музейынан 200-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.

Тоғро дуҫҡа арнала
Тоғро дуҫҡа арнала

Ҡалабыҙ музейына Алыҫ Ханты-Манси автономлы округының мәҙәниәт усағынан алып киленгән экспонаттар һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Күргәҙмәнең проект нигеҙен 2012 йылда Ямалдағы Питляр ҡасабаһына ҡылынған эспедияция һөҙөмтәләре буйынса тупланған материалдар тәшкил итә. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, хант һәм манси халыҡтары легендалары буйынса был урында юғары көс кешегә иң яҡын дуҫты – этте бүләк иткән.

Күргәҙмәлә Обь йылғаһы буйында йәшәгән халыҡтарҙың йәшәү һәм көнкүреш әйберҙәре күп урын ала. Бында кейем-һалым, мәҙәни атрибутика, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу, эттәрҙе һәм боландарҙы аҫрау өсөн кәрәк-яраҡ, балалар уйынсыҡтары байтаҡ. Предметтар башлыса урындағы халыҡтар әкиәтте һәм легендаларға таянған мифологик комплекстарҙы сағылдыра. Бында шулай уҡ Югра тыуған билдәле рәссам, махсус экспедицияла ҡатнашыусы Алена Абитованың график эштәре менән дә танышырға мөмкин. Бынан тыш арктика лиригы, Питляр ҡасабаһында йәшәүсе Роман Ругиндың хант әҫәрҙәренә график иллюстрациялары сағылыш таба. Уның теле бай, яғымлы, матур яңғырашлы булғанға ла “Хант Пушкины” ҡушаматы ла бирелгән.

Күргәҙмә 21 февралгә ҡәҙәр эшләй. Уны күрергә теләүселәр ҡалабыҙ музейына рәхим итһен.

Автор:Гульдар Кадаева