Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Ғинуар 2023, 14:35

ЮЛДЫБАЙҘА - "АЛТЫН ТИРМӘ"

Мөслимәләр "Алтын тирмә"гә йыйылды һәм үҙҙәренең дини белемен тикшереп ҡараны.

ЮЛДЫБАЙҘА - "АЛТЫН ТИРМӘ"
ЮЛДЫБАЙҘА - "АЛТЫН ТИРМӘ"

Юлдыбай ауылы мәсетендә күрше-тирә ауыл мөслимәләре араһында "Алтын тирмә" бәйгеһе үтте.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаһу ғәләйһи үә сәләмдең хәҙистәрен, сәхәбәләренең тормош юлын өйрәнеү ғилем дәресе булды ул. Йәнле, ихлас, йылы аралашып дини белемдәребеҙҙе нығытып, арттырырға, башҡаларға еткерергә насип булды.
Бәйге булғас, баһа ла ҡуйылды.
Юлдыбай мәсете - 1,
Матрай һәм Яманһаҙ мәсеттәре - 2,
Юлдыбай "Иҙрис Хәлфә" мәсетте - 3 урынға лайыҡ булды.

--Һәр беребеҙ ошо матур дини саранан ҡәнәғәт булып, ошо изге эшебеҙ дауамлы булыуын, артабан йәш быуынды йәлеп итергә тигән ниәт ҡуйҙыҡ.
Намаҙҙар уҡып, илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләп доғалар ҡылып, мул өҫтәл артында сәй эсеп таралыштыҡ,--ти мөслимәләр.

Аллаһ Раббыбыҙ һәр икебеҙгә ныҡлы иман, оҙон ғүмер, йортобоҙга бәрәкәт, һаулыҡ сәләмәтлек насип итһен!

Автор:Резеда Валиева