АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Ғинуар 2023, 22:05

ИҢ ШӘП САҢҒЫСЫЛАР ӘБҮБӘКЕРҘӘ!

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында Фәтих Сынбулатов иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте.Унда иң бәләкәй ҡатнашыусы 7 йәшлек Салауат Солтанғужин булһа, 68 йәшлек Зиннур Байбулатов иң олоһо булды! Ярыш бик ҡыҙыҡ, сәмле һәм күңелле үтте. Фәрхетдин Билалов һунарсы саңғыһында сығып "Иң эксклюзив" номинацияһын алды.

ИҢ ШӘП САҢҒЫСЫЛАР ӘБҮБӘКЕРҘӘ!
ИҢ ШӘП САҢҒЫСЫЛАР ӘБҮБӘКЕРҘӘ!


--Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы Әбүбәкер ауылында икенсе тапҡыр уҙа. Быйыл саңғыға йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы баҫты. "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы сиктәрендә уҙған сәләмәтлек һәм спорт байрамы 7 йәштән алып 68 йәшкә тиклемге ярышсыларҙы берләштерҙе. Улар араһында Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары, ауылдаштары, коллегалары һәм дуҫтары ла булды. Бәләкәс кенә ҡыҙҙар - малайҙар ҙа, олпат ағай- апайҙар ҙа сәмләнеп финиш һыҙығына шыуҙы. Һөҙөмтәлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ категорияларында Лилиә Акилова, Азалия Мөхәмәтйәнова, Билалов Ислам, Аҡҡужин Данияр беренсе урынды яуланы. Ҡатын- ҡыҙҙар һәм ир- егеттәр араһында Әбүбәкирова Гүзилә, Билалова Гөлйыһан, Мәмбәтов Ғирфан алдынғылыҡты бирмәне. Бар ҡатнашыусыларға ла ойоштороусылар- Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, сара йылдан- йыл үҫә, ҡатнашыусылар һаны арта. Айырыуса бәләкас кенә балаларҙың кемуҙарҙан ярышыуы, спортҡа ылығыуы ҡыуандыра. Балалар сәләмәт, әүҙем тормошто үҙ итеп үҫә икән, тимәк ауылдың киләсәге лә ышаныслы!--тип яҙа Хәйбулла районы башҡорттары социаль селтәрҙә.

Автор:Резеда Валиева