АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Ғинуар 2023, 10:44

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)

- Һаумы, Елена, Елена Александровна, зазноба моя, зазнобилка, присуха!    Хәтерләмәгән ҡайҙа, хәтерләйем, кем генә йәшлеген хәтерләмәй һәм һағынмай икән?!. 

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)
Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)

    Бер-ике ай үткәс ҡиәфәтемде ҡала кәлебенә яраҡлаштырырырға тырышып, көнкүреш комбинатына барып һоро буҫтауҙан, ул заманда “клёщ” тип аталған киң, ярпылдаҡ балаҡлы салбар тектереп, балаҡ остарына ҡояш нурҙарында йылҡылдаһын өсөн тишелгән бер тинлектәрҙе теҙеп тектем, өҫтөмә егеттәр өсөн үтә модалы иҫәпләнгән, ҡыҙыл әтәс һүрәте төшөрөлгән күлдәк, буҙ төҫтәге киң салғыйлы, бер төймәгә генә эленмәле пинжәк, аяҡтарыма эре юлаҡлы ҡара вильвет туфлиҙар кейҙем, әгәр иңгә ҡәҙәр оҙон сәс ебәргән зимагор, елғыуар башыма шаҡмаҡлы кепка ла һалһам, һуйған да ҡаплаған клоун Олег Поповҡа оҡшап ҡалыр инем, билләһи. Мыйыҡ ишараты шытмағанлыҡтан ҡырынмайым әлегә, иллә көн оҙоно ҡыҙҙар янында йөрөгәс, улар менән аралашып ҡыялғас ҡырҡыу эҫле “Шипр”ҙы ситкә ҡуйып битемә иртәле-кисле мул ғына итеп дефицит тауар иҫәпләнгән “Саша” одеколонын бөркәм. Шулай ҙа нишләптер тотошо менән ҡала кешеһенә әүерелеп булмай ҙа ҡуя, ҡайҙа ла сырамытып танып алалар, юҡ сәбәпте бар итеп бәйлә-нәләр, һуғышып ҡайтҡан, туҡмауҙан бигерәк туҡмалған саҡтар күп булды. Ленаның яр-атып, дуҫлашып йөрөгән, тау техникумында белем алған, әлегә мин күреп-белмәгән егете лә бар ине, ә беҙ икәүҙең мөнәсәбәте - егет менән ҡыҙ араһында һирәк осрай торған ысын дуҫлыҡ. Ул мине русса һөйләшергә, үҙеңде йәмәғәт урындарында, мәҙәни сараларҙа нисегерәк тоторға кәрәклекте өйрәтте, башҡалар менән итәғәтле аралашырыу ҡағиҙәләрен аңыма һеңдерҙе. Юҡ, һеңдермәне, ипле генә итеп аңлатты, төшөндөрҙө, белеклелеген күрһәтмәй генә мин тәрбиәһеҙҙе тәртип ҡалыбына яраҡлаштырҙы. Уның төп ҡәғиҙәләренең береһе былайыраҡ яңғыраны: “Всегда улыбайся, при любых, даже в самых трудных обстоятельствах!” Килешмәһәм дә өн-дәшмәй ҡалдым, һуң һәммәһенә айҙай, ҡояштай балҡып ярап булмай ҙа баһа, һинең һантый, мәғәнәһеҙ йылмайыуың кемгә кәрәк?! Шулай ҙа әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып ҡаш емереүҙе, йөҙ сирыуҙы ҡуйҙым, оноттом.

     Ә теге, Ленаның егете менән танышыу былайыраҡ булды.

    Бер көн мине Лена ул саҡта бик популяр иҫәпләнгән, көллө халыҡ эркелеп барған һинд киноһына саҡырҙы. Киттек ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Мир” кинотеатрына. Кинола ҡараған хисле, ялҡынлы, дәһшәтле мөхәббәт тулҡынында йөҙөп Леналар йәшәгән фатир янына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Подъезд ауыҙында дүрт-биш егет тора, һиҙемләүемсә күптән беҙҙе көтәүелләйҙәр. Кейек ҡамаған һунарсыларҙай һиҙгер аңдыуҙарының тигенгә түгеллеге әллә ҡайҙан күренә: аяҡтарын тарбайтып баҫҡандар ҙа һөҙгәк үгеҙҙәй күҙҙәрен яһил аҡайтып ҡарайҙар. Яҡынлағайныҡ, тегеләрҙең һомғол буйлы, йөҙгә күркәме алғараҡ сыҡты ла һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй сәнсеп һораны:

- Ты кто?!

- Здороваться надо, молодой человек? - Русса апаруҡ арыу ғына һупалай инем инде, шуға теш араһынан серт иттереп аяҡ аҫтына төкөрөп ебәреп эренән сирттерҙем.

       Лена бер яҡ ситкәрәк китеп ҡулдарын ҡаушырып, күренеште тамаша ҡылғандай, һынағандай итеп баҫты.

- Если хочешь, если настаиваешь, то пламенный привет! Что ты здесь делаешь, что тут потерял козленок, заблудился что ли?

 - Витя, прошу, выбирай выражение! - тине Лена. Тимәк ул был егет йоратын ҡайһылыр кимәлдә белә.

 - Вы особо мне не тыкайте, вам понятно! Как видите, девушку проводил до дома.

- Ты, деревня, у кого-нибудь спросил разрешения?

- Разрешения? Насчет чего?

- Ухаживать за ней!

- Что, она неподневольная?

- Она вправе выбирать достойного парня.

- Как видите, она выбрала меня, самого достойного кавалера!

- Кавалера, неужели?! Ты очень смелый, или непомерно наглый тип!

- От наглого и слышу!

- Хватить с этим, тупым нянчится, давай мы его оформим! - Төркөмдән бер сабырһыҙҙың тауышы ишетелде.

- Только попробуйте! - Кеҫәгә тыҡҡан ҡулдарымды сығарып йоҙроҡҡа төйнәнем, боксерға оҡшатып һуғышсан ҡиәфәт алдым.

- Успеем. - Һомғол ҡырт киҫте лә ары ҡыҙыҡһынды - Знаешь, эта девушка чья?

- Вы хотите сказать чья собственность? Не знаю, и знать не хочу!

- А она для тебя кто?

- Она моя… - ҡулайлы һүҙ таба алмай юғалыңҡырап ҡалдым башта. Близкий

человек, тип әйтһәм, бигерәк ҡоро һәм рәсми килеп сыға, подруга һүҙен оҡшатып еткер-мәнем, любимая, тиергә ул минең йәрем түгел.

- Повторяю, она для тебя кто? - Һорау йәнә ҡабатланды.

       Ҡулайлы һүҙ таптым ниһайәт, таптым да сәсрәтеп әйттем:

- Она моя присуха, зазноба, зазнобилка вот кто!

    Ян-яғымдан уратҡан егеттәр көтөлмәгән яуаптан бер аҙға ғына шаңҡып ҡалдылар ҙа ниһайәт әйткәнемдәремдең айышына төшөнгәс ысын күңелдән көлөп ебәрҙеләр, хатта ошоғаса һағайыңҡырап торған Лена ла йылмая биреп ҡуйҙы.

- Ты говором говорящий старовер из средних веков? - тине ауыҙын йыя алмай рәхәтләнгән тәбәнәк буйлыһы, ул педучилищы студенты ине шикелле, әле үҙенең төплө белемен күрһәтеп аҙапланыуы.

- Да, масаль, - тинем тегене ирештереп, сөнки беҙҙә Йылайыр, Кананикольск урыҫтарын шулай атайҙар.

- Какой масаль, он прямо-таки смахивает на арапа Петра Великого! – Өҙмәй ҙә ҡуймай ҙа баһа был студент.

- Ты, прислуга Рабинзона Крузо, Пятница, может помолчишь! – тип өнөн тыҡтым тегенең.

       Хахылдап туйған Һомғол тәкәббер һораны:

–    Если Лена твоя зазноба, значит ты знойный парень?

- Какой знойный, задохлик он!

- Не видите, что ли, упал с молотилки!

- Деревеньский мужик, Герасим из “Муму”! - Егеттәр шау-гөр килеп мине кәмһетергә тотонғайнылар Һомғол ҡулын юғары күтәрҙе. - Хватит базарит, ребята, надоело, а ты, - миңә ҡайтанан бармағы менән төрттө, - оставь нас в покое, иди домой, больше здесь не появляйся. По-доброму прошу, потом пеняй на себя, хуже будет!

   Урынымдан ҡымшанманым да, шунан артҡа сигеп Ленаны ҡаплап боҫормаланым:

 - Сами идите, я никуда не пойду!

 - Вон сказал!

 - Попробуйте подойти, убью всех, подряд! – Күҙҙәремдә хәтәр, тәүәккәл осҡондар уйнаттым.

 - Что ты сказал?

 - То, что слышал, уничтожу, зарежу всех, подряд! Подойдите по очереди! Лена, иди домой, я их задержу!

    Һомғолдың сабырлығы, түҙеме һынды булһа кәрәк, ниндәйҙер мөһим нимәне хәл итк-әндәй битараф ҡул һелтәне:

 - Да ну его, пошли, ребята, действительно этот маньяк какой-то контуженный, невменяемый, связываться с ним, потом беды не оберешься! 

   Егеттәр теләкһеҙ генә ҡыймылдап күҙҙән юғалғас Лена яныма килеп ҡосаҡлап уҡ алды:

- Действительно ты классный парень, на тебя можно положиться. А знаешь кто это был!

- Хулиган городской!

- Нет, мой любимый парень. Ревнует, вот и ходит…

      Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан телефон шылтыраны ла унан шат тауыш яң-ғыраны:

- Байрамыбыҙ менән ҡотлайым,һине, Хәйҙәр!

- Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем әле?

- Мин - Лена, һинең зазнобаң, зазнобилкаң, хәтерләйһеңме?

- Һаумы, Елена, Елена Александровна, зазноба моя, зазнобилка, присуха!

   Хәтерләмәгән ҡайҙа, хәтерләйем, кем генә йәшлеген хәтерләмәй һәм һағынмай икән?!. 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков