Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Декабрь 2022, 15:40

Тултырылған ҡаҙ бешерәйек

Ҡаҙҙы әҙерләү өсөн:· 10 литр йылымыс һыу· 700 грамм тоҙ· 2 тырнаҡ һарымһаҡ· 6 лавр япрағы· кипкән укроп орлоғо· 10-15 бөртөк ҡара борос

Тултырылған ҡаҙ бешерәйек
Тултырылған ҡаҙ бешерәйек


Ҡаҙҙы бешереү өсөн:
3,5 - 4 кг ауырлыҡтағы ҡаҙ
7 әсе йәшел алма (антоновка сорты булһа яҡшы)
1 ус төшлө ҡараемеш
0,5 аш ҡалағы аджика
1 аш ҡалағы майонез
бешерү өсөн рукав

Биҙрәгә йылымыс һыу ҡойорға, унда тоҙҙо иретергә, тәмләткестәрҙе өҫтәргә. Ҡаҙ тулыһынса һыуға күмелергә тейеш. Өҫтөн ябып, бүлмә температураһында 1 тәүлек тоторға. Былай эшләүҙең файҙаһы шул: ҡаҙ тәмләткестәрҙе һәм тоҙҙо үҙенә яҡшы һеңдерә.

Икенсе көндө ҡаҙҙы һыуҙан алып, салфетка менән ҡоротабыҙ. Аджика һәм майонезды ҡушып,ҡаҙҙың эсен-тышын һылайбыҙ. Алманың үҙәген алып, 4 өлөшкә бүләбеҙ. Ҡараемеште йыуабыҙ, төшөн алабыҙ. Алманы ҡараемеш менән болғап, ҡаҙ эсенә тултырабыҙ.

Ҡаҙҙың эсен тегәбеҙ һәм рукавҡа тығабыҙ. Уның өҫтөн энә менән бер нисә урындан тишеп, духовкаға 2 сәғәткә ҡуябыҙ. Духовканы алдан йылытып ҡуйыу зарур. Бешереү өсөн оптималь температура — 180 градус. Ҡаҙ бешкәс, һыуынғанын көтөргә кәрәк. Телемләп турап, алма һәм ҡараемеш менән биҙәп табынға ҡуябыҙ.
Автор:Гульдар Кадаева