+1 °С
Болотло
Ә рецебы минең ошолай: 1-2 стакан әсегән һөт йә кефирға 0,5 балғалаҡ аш содаһы ҡушып, күпергәнсе болғатам. Аҙаҡ уға 1 йомортҡа, әҙерәк көнбағыш майы, сама менән тоҙ, шәкәр, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫам. Бөтә ингредиенттар бүлмә температураһында булырға тейеш. Әҙер ҡамырға ял биреп алам. 20-30 минут етә.
Ә һуңынан үҙем теләгән ҙурлыҡта, формала йыуасаны эшләп, майҙа ҡыҙҙырып алам. Бер ыңғайы сәйем дә ҡайнап сыға. Булды, ҡабарып бешкән йыуасалар әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ☕
Ә һеҙҙә йыуасаны нисек атайҙар? Яҙығыҙ ⤵️