+2 °С
Болотло
Районда иң күп йылҡы аҫыраусы ауыл тигән даны ла бар икән байғусҡарҙарҙың. Үҙе үлһә лә - даны ҡала тигәндәй, Кинйәғәле Рәмовтың ағастан эшләнгән боронғо арҡан ишкес ҡорамалын алып, мәҙәниәт йортонда йыйылып, арҡан ишеп ҡараған ауылдың көслө заттары, тиҙ генә, еңел генә итеп арҡан ишеп тә ҡуйғандар. Кисәнең икенсе өлөшөндә иһә "Калинин", һуңынан "Игенсе" тип үҙгәртелгән колхоз эшсәндәрен сәхнә түренә саҡырғандар. Бригадирҙар, агроном, зоотехник, мал ҡараусылар, комбайнерҙар, трактористар, шоферҙар - һәр береһе үҙ тормош юлын, ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫкә алып, хәтер йомғағын һүткән. Сара бик фәһемле, мауыҡтырғыс үтте, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Көндәлек тормоштан арынып, аралашып алған ир-уҙамандарға ла оҡшаны.