Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ноябрь 2022, 12:55

УЛДАРЫБЫҘ ИҪӘН-ҺАУ ҠАЙТҺЫН!

Ике әсәне бер уй берләштерә: улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын!

УЛДАРЫБЫҘ ИҪӘН-ҺАУ ҠАЙТҺЫН!
УЛДАРЫБЫҘ ИҪӘН-ҺАУ ҠАЙТҺЫН!

Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан өс егет махсус операцияға юлланған. Командировка мәлендә ике һалдат әсәһен урамда тап иттек. Тәнзилә инәй Сәитованың улы Рушан, Гөлбикә Таштимерованың улы Илнар бөгөн ил һағында.

—Әсәләре мәрхүмә булғас, өс ул тәрбиәләүсе Иҙрис Бирҙебәков менән тормошомдо бәйләнем. Минең дә өс улым бар ине. Уртаҡ ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Мин килгәндә Илнар 7-се класта уҡый ине, үҙ улым кеүек итеп ҡараным. Бик аҡыллы, тыныс егет. Сибайҙа медицина колледжын тамамланы, әрмелә хеҙмәт итте. Сибай дауаханаһында эш башлап, кәләш алырға уйлап йөрөй ине... Ошо хәл килеп сыҡты. Имен-һау ҡайтыуын теләп кенә ултырабыҙ. Йәнә бер улыбыҙ хәрби, икенсе улыбыҙ курсант. Илебеҙ тыныс булһын инде,—ти Гөлбикә апай.

—Рушаным Чечен яуын үткән егет. Килен ике бала менән ауылда яңғыҙ тороп ҡалды. Оло йәштәмен, йә үҙем ярҙам итә алмайым. Башҡа улдарым ҡырҙа,—тип Тәнзилә инәй улының ғаиләһе өсөн борсола.

 

Тыныслыҡ килһен Еребеҙгә! Егеттәр имен-һау ҡайтһын!

Автор:Резеда Валиева