Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Октябрь 2022, 08:45

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Тәбиғәттең кәйефе күҙ асып йомғансы үҙгәрә шул. Бейектән, бик бейектән яб­а­лаҡ­лап елгәрелгән ҡар талғын өйрөлөп «әйлән-бәйлән» көйөнә бейей ҙә баш­ла­ған. Те­ге өсәү йә­йәү­ле буранға эйәреп китте, ауырлы ҡатын йөҙөн елгә ҡуйып уға ҡаршы ат­ланы.     

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)
Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Барҙым теге йорт янына, шунан тағы, тағы… Күстәнәстәремде, уйынсыҡтар то­топ вахтанан һуң унда йүгереүем ғәҙәткә әүерелде. Фәрүзә менән аралашыуым, йәнемә да­уа күңелемә йыуаныс ине. Бер көн беҙҙең янға тәрбиәсе ҡыҙ килде:

            – Һеҙҙе приюттың мөдире саҡырта.

       Ҡырыҫ йөҙлө йәш ҡатын сәләмемде алғандан һуң күҙлеге өҫтөнән асыулы ҡа­ра­ны:

            – Миңә һеҙҙең хаҡта әйттеләр. Һеҙ кем?

       Исем-фамилиямды, эшләгән урынымды әйттем.

            – Документтарығыҙ?

            – Ял иткәндә нимәгә ул документ? Миңә ышанмайһығыҙмы?

            – Ышанмайым. Бөгөнгө заманда иң тәүҙә ҡағыҙ, шунан башҡаһы. Пас­порт­ы­ғыҙ­ҙы күрһәтһәгеҙ һөйләшергә булыр ине, хәҙер урынһыҙ һәм файҙаһыҙ. Ки­ҫә­тәм, бын­да беҙҙең балаларға яттарҙың яҡынлауы ҡәтғи тыйыла.

       Тоҡанып киттем:

            – Ҡағыҙ йәндәр! Кешегә түгел хәҙер, ҡағыҙға ышаналар! Әгәр ҡала буйлап йө­р­ө­йөм, кем менәндер аралашам икән, ул минең шәхси эшем!

            – Рәхим итегеҙ, аралашығыҙ, һеҙҙе бер кем дә тыймай, тик бынан һуң беҙҙең ба­ла­ларға яҡынлайһы булмағыҙ!

            – Насар уйҙан түгел дә, күстәнәстәр, уйынсыҡтар алып киләм.

            – Уларға бөтә нимә лә етә.

            – Балаларға өлкәндәр йылыһы етмәй, - тип ҡырт киҫтем.

            – Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ. - Мөдир йомшағандай итте. - Фәйрүзәнең әсәһе юҡ, атаһы тере, тик ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ошонан аҙаҡ ир-аттарға ышан инде. Ул уны көтә.

            – Әгәр килеп йөрөргә рөхсәт итһәгеҙ икән бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күр­мә­йем.

            – Ярамай, баланы ниңә ерле-юҡҡа ымһындырырға.

            – Һеҙ хаҡлы, тик Фәйрүзә килеремде ҡапҡа ауыҙына килеп көтөп кенә тора бит.

            – Ул хисле бала, һеҙгә эҫенмәҫ элек килеүегеҙҙе туҡтатығыҙ, мыжыр-мыжыр ҙа онотор. - Мөдир һөйләшеүҙең бөткәнен белдереп сәғәтенә ҡараны. – Аңлаш-тыҡ, килештек тип иҫәпләйек.

            – Килмәҫмен башҡаса… Шулай ҙа телефон номе­рымды ҡалдырам. - Һүрелеп, өмөт­һөҙләнеп әйттем.

            – Кәрәгерме икән?.. Хушығыҙ.

       Аҙна самаһы таныш тарафҡа һуғылманым. Эс яна, әммә түҙергә кәрәк, ыс-ынлап та нимәгә тормошҡа ашмаҫ хыялға ымһынырға.

       Бер көн, телефон шылтыраны. Теге мөдирҙең тауышы:

            – Килегеҙ, Фәйрүзәнең йоҡоһо йоҡо түгел, ашауҙан яҙҙы, сирләп китмәһен,  тип борсолабыҙ.

       Эштән сығыу менән киттем приютҡа. Барһам ҡапҡаға һөйәлеп Фәйрүзә тора. Мине кү­р­еү менән иламһырап муйыныма килеп һарылды:

            – Атай, нишләп килмәйһең ул, ә мин һине көтәм, көтәм…

            – Эш күп булды, ҡыҙым, инде көн һайын килермен, йәме…

       Дәртләнеп Фәйрүзәне ҡыҙлыҡҡа алыу өсөн документтар юлларға тотондом. Би­реү­ҙәре икеле, беҙҙең айырым йәшәүебеҙҙе белһәләр баш тарта­саҡ­тар.    

       Икәүләп тынып ҡалдыҡ. Берауыҡтан ул телгә кил­де:

            – Ярай, һеҙҙе, эш кешеһен тотҡарланым, ғәфү итегеҙ. - Тайфур тороп китергә йый­ын­ды ла һораулы төбәлде. – Айҙар ағай, һиңә үтенесем бар ине…

            – Әйтегеҙ.

            – Көн аша булһа ла Йыһаниәнең хәлен белә алмаҫһығыҙ микән? Инеп тороу кәрәкмәй, өйҙә ут яныуын күрәһегеҙ ҙә миңә шылтыратаһығыҙ. Ике көн аша де­жур­ствоға йөрөй, шуны ла иҫәпкә алһағыҙ… Йыһаниәнең йөрәге шәп­тән түгел, ауырып китеүе бар, уны мин ҡайғыртаһам, кем ҡайғырта. Үҙ­ем дә бара алам да ул, йә күрше-күлән күреп ҡалыр, өйһөҙ, берәҙәк эт ише ҡапҡа төбөн һаҡ­­лауы оят. Былай ҙа тан­ыш-белештәргә бер нисә тапҡыр тап бул­дым…

            – Ярай һуң…

      Минең өсөн мәшәҡәт эш түгел ине ул, эңер төшһә тәҙрә янына барам да Тай­фур­ҙың йортонда ут күрһәм телефондан шылтыратам. Ошондай сәйер бәйләнеш тағы күпме дауам итер ине икән, белмәйем, бер көн кис теге таныш уттың ҡабыныуын көтөп ала ал­мағас кейенеп шул яҡҡа йүнәлдем. Тәҙрәләр ҡараңғы. Ары ни ҡылырға бел­мәй ул­­тыр­ғысҡа сүгеп көтә башланым, бөгөн бит Йыһаниәнең дежурствоһы түг­ел, ҡай­ҙа йөрөй икән бығаса? Әллә өйҙә булып та ауырып киттеме? Яттарҙың яҙмы­шына ҡыҫылып, хәҙер килеп кеше ҡатынын хәстәрләп йөрө инде, бисә белһә ни тейер? Апаруҡ ваҡыт үтте. Тайфурға хәбәр итергә кәрәк, башҡа­са сара ҡалманы.

            – Кем унда? - Яҡынлаусы шөбһәләнеп һораны.

       Йыһаниәне таныным.

            – Иҫәнмеһегеҙ, был мин, Тайфурҙың танышы, хәтерләйһегеҙҙер, гел осраш­ҡан­да сәләмләшәбеҙ.

            – Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Һеҙ нишләп бында?

            – Саф һауа һулап йөрөнөм дә инеп хәлегеҙҙе белмәк иттем, тороп тор, мәйтәм, Тай­фур­ҙар нисек йәшәп яталар икән!

            – Ул өйҙә юҡ шул, командировкала…

            – Ярай улайһа, хушығыҙ. - Китергә йыйынып ҡалҡҡайным ғына, кеҫә теле­фо­ным шылтыраны.

            – Айҙар ағай, һеҙ ҡайҙа, нишләп бығаса шылтыратмайһығыҙ? - Тайфурҙың тауышы киске тынлыҡта ап-асыҡ ишетелә.

            – Мин… урамда, артыҡ шаулама әле, тауышың таш яра!

            – Ниңә тыяһығыҙ?! - Тайфур ғәҙәтенсә этеп алып бара. - Беҙҙең өйҙә ут яна­мы?

            –  Әлегә юҡ, хәҙер яныр…

            – Нисек яныр? Янамы-юҡмы? Йыһаниә нисек?

            – Һәйбәт, ярай, хуш, һуңғараҡ шылтыратырмын. - Телефонды кеҫәмә йәшер­ҙем.

            – Аңлашылды… - Йыһаниә ҡапҡаны асты. - Үтегеҙ!

       Утты ҡабыҙғас залға саҡырҙы:

            – Хәҙер сәй ҡуям.

            – Рәхмәт, яңыраҡ ҡына өҫтәл артынан торҙом.

       Хужабикә ныҡышманы, йәнәшәмә, ҡәнәфигә һеңеп ултырҙы ла аяҡтарын өҫкә тартып ҡул­дары менән яурынбаштарын ҡосаҡланы:

            – Һыуыҡ, өшөтә…

            – Ҡара көҙгә өйрәнә һалып булмай шул, ни тиһәң дә ҡыш яҡынлаша, көндөҙ беленмәһә лә кистәрен һал­ҡын.

            – Йәшермәйем, Тайфур киткәс өйҙән ҡот ҡасты. Ә һеҙ уның йомошсоһомо?

            – Шулайыраҡ.

            – Күпме дауам итер икән был уйын?

            – Йыһаниә, мин барыһын да беләм. Бәлки…

            – Ғәфү итергәме? Хыянат ғәфү ителәме?

            – Тормош тигәнең ҡатмарлы, быны өлкән булараҡ һеҙгә ҡара­ған­да яҡшыраҡ бе­ләм, аңлайым.

            – Тимәк кисерергә?

            – Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин һеҙгә хөкөмдар түгел. Тайфур ятаҡта йә­ш­әй, һеҙ бында яңғыҙығыҙ ҡаңғыраһығыҙ, ары былай дауам итмәҫе билдәле.

       Был юлы Йыһаниә яуап ҡайтарманы, һенағастай ҡатып ултыра бирҙе. Уның күҙ­ҙә­ре киң асылып киткәндәр, ағартҡансы аҫҡы иренен тешләгән. Ул көслө, икеләнеүле тойғо кисерә ине шикелле, һаҡһыҙ һүҙ ысҡындырһам һытылырға әҙер.

       Аҙыраҡтан сығырға йыйынып урынымдан ҡалҡтым:

            – Донъя йәме - иң әүәл бала ул, Йыһаниә… Әгәр Тайфур ҡайтһа яңғыҙы ғына ҡа­йт­маҫ, приюттан бәләкәс бер ҡыҙ баланы эйәртер, әгәр һеҙ ҡаршы бул­ма­һағыҙ, ҡа­бул итһәгеҙ әлбиттә.

       Ишек төбөнә килгәс Йыһаниәнең өҙәләнеп, сабырлығын юйып ҡысҡырыуы ише­т­ел­­де:

            – Айҙар… ағай, Тайфур ҡыҙ бала алып ҡайта, тинегеҙме? Беҙҙең өйөбөҙгә бала инә­сәкме? Йә Хоҙай, беҙҙең дә берҙән-беребеҙ буласаҡмы?.. Нимә тип кенә яуап бир­ә­йем икән?.. Белмәйем, быуыным бу­ш­а­ны, зиһенем таралып бара. - Ул ике сикәһен ҡуш услап йәш аралаш ҡараны. - Әл­лә нишләп йылмайғым килеп киттесе. Иртәрәк икәнен дә беләм, барыбер ҡы­у­анғым, көл­­гөм, йылмайғым килә, минең… беҙҙең дә осмот ҡына бәхеткә хаҡыбыҙ барҙыр!..

 

 

       Ҡыш башы. Миҙгелдең моңһоу бөләңгертлектән арынып ныҡҡа таянып саф­лыҡ­­ҡа сумған мәле. Күпмәһенең тышына аҡ юрғанын бөркәнгән бар тәбиғәт, тирә-яҡ рәхәтләнеп йылы, ҡалын түшәгендә иҙерәй. Офоҡ уратаһын шыйыҡ, үтә күр­ен­­мә­ле шекәрә болот ҡап­лаған. Күк көмбәҙенең ҡап уртаһындағы түңәрәк асыҡ­лыҡ­тан ти­р­­­­мән мөкө­һө­нән һирпелгән он кеүек ер өҫтөнә ҡар һибәләй.  Подъезд ишегенән сы­ҡ­­­тым да һал­ҡын­са һауаны күкрәк тултырып һулап аҙға ғына ян-яғыма ҡараш ташла­ным. Ил­а­­һи гү­зәл­лектән күҙҙәрем ҡамашты, күңелемде ошо ҡабатланмаҫ бал­ҡыш гөлтләтеп ҡа­­­б­ыҙ­ып ебәрҙе. Туҡ­та, анау етәкләшеп барған өсәүҙең һыны бик тә та­ныш та баһа. Сырамыттым. Ҡунаҡбаевтар. Ҡыҙ бала тәтелдәп ниҙер һөйләй, эй­е­леп, йом­шаҡ ҡарҙы услап алып һауаға һи­бә лә бит­тәренә бөркөлгән һалҡындан ҡытығы ки­л­еп шарҡылдап көлә, уға бала ҡыуанысынан ирәмһегән ата-әсә ҡу­ш­ы­ла. Шат та­уыш­тар шырпы ҡабылай тигеҙ рәттәргә те­ҙ­ел­гән таш йорт­тар­ға бәрелә лә пак­­лыҡ­ҡа сорна­лып, сихри биҙәктәргә әүерелеп юл ҡырлатып ойо­ған ағ­ас­тар иңенә ҡуна, ҡу­н­ып ҡына ҡалмай уларға һанһыҙ йы­м­ыл­дыҡ ос­ҡон­дар өҫ­тәй. Бына уларға ауырлы ҡа­­т­ын осраны. Уның башындағы шәш­ке кә­пә­се, ҡа­барын­ҡы яға­һы ла һан­һыҙ ынйы­лар­ҙан емелдәй, йәш, һылыу, бер аҙ тут­ла­на төш­кән йөҙө ҡы­ҙ­ар­ған. Ҡат­ын яҙа баҫып абы­ныу­ҙан ҡурҡып һаҡ, ипле аҙым­лай, әле тыумаған са­бы­йын ҡур­сы­уы­лыр. Тай­фур бер аҙға ғына туҡ­талып, моңһоу төбәлеп уның яғына ҡайы­р­ыл­ды. Ҡа­т­ын уны аб­ай­ла­маны, әллә күрһә лә күр­мә­неме, белмәйем, ба­­шын ғорур сөйөп, бер кемгә иғтибар итмәй ат­лауын бе­лде. Йөклө ҡатын асылырға тумалаған сәскә менән бер шул, уның күңеле ерҙә түгел йондоҙло күктә. Атаһының аңшая биреп тороуы ҡыҙый­ға оҡша­маны, йүгереп килеп етәкләп алды ла ирендәрен турһайтып, үпкәләп һөйлә­неп уны ал­ға тартты: «Атай, беҙ­гә генә ҡара, беҙҙе яратмайһыңмы әллә?» «Яра­там, яра­там ҡы­­ҙ­ым…»

            – Ни тиклем матурҙар, бәхетлеләр… - Йәнәшәмә баҫҡан ҡарсыҡ шулай тине.

            – Ә? Нимә тинегеҙ? - Был һүҙҙәрҙең кемгә тәғәйенләнгәнен айыра алмай ҡаб­ат­лап һораным.

            – Көн матур тим, балам. Ана бит, ҡышты әйтәм, ҡарын да көрәп яуҙырып ҡуйҙы, хәҙер холҡон күрһәтергә самалап бу­ран­ын ҡуҙғыта.

       Тәбиғәттең кәйефе күҙ асып йомғансы үҙгәрә шул. Бейектән, бик бейектән яб­а­лаҡ­лап елгәрелгән ҡар талғын өйрөлөп «әйлән-бәйлән» көйөнә бейей ҙә баш­ла­ған. Те­ге өсәү йә­йәү­ле буранға эйәреп китте, ауырлы ҡатын йөҙөн елгә ҡуйып уға ҡаршы ат­ланы. 

   

             

              

        

 

        

 

 

Автор:Хайдар Тапаков