Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Август 2022, 09:10

Ғәфү итергә өйрән

Аллаһ беҙгә бер ишекте яба икән, тимәк, икенсеһен аса. Тик йыш ҡына беҙ һаман ябыҡ ишеккә тексәйеп тороп яңыһы асылғанын аңғармай ҡалабыҙ.



Кешеләрҙе бәләкәй генә гонаһтары өсөн дә ситкә тибә башлаһаң — тиҙҙән яңғыҙ тороп ҡаласаҡһың. Кешеләр араһында йәшәйһең икән — ғәфү итергә лә өйрәнергә кәрәк.

Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.

Кешеләргә кәңәш бик кәрәкмәй ул. Кешеләргә тотонғандай ҡул, тыңлағандай ҡолаҡ, аңлағандай йөрәк кәрәк.

Үҙеңде бәхетле итеп тойған мәлдәге ҡылыҡтарың өсөн бер ҡасан да үкенмә.

Һинең өҫтөңдән көлһәләр — бер ҡурҡынысы ла юҡ. Һинең өҫтөңдә илауҙары күпкә хөртөрәк.

Ҡайһы берәүҙәрҙең ысын йөҙөн һинең уларға кәрәгең ҡалмағас ҡына күрәһең.

Автор:гульдар кадаева