Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Июль 2022, 18:08

Үрелеп үҫкән ҡайындар

“Был күренеш атаҡлы Ҡанифа юлы менән Мотоҡ ҡыуағынан башланған аҡма киҫешкән урында” – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге диуарында Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Расих Әхмәтов.

Нәҙек ҡайынды – нескә билле ҡыҙға, мыҡтырағын – ир-егеткә оҡшатам. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Әйҙәгеҙ уға бергәлешеп атама эҙләйек.

Ҡайындар (башкирский)

1. Аҡ ҡайындар араһына,
Аҡ ҡайындар янына
Кереп киттең һин йүгереп,
Эй ҡағына-ҡағына.

Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.

Припев:
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.

2. Ҡайындар менән шаярып,
Оҙаҡлап уйнанығыҙ.
Ахырыһы, мине бөтөнләй
Күрмәй, тип уйланығыҙ.

Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.

Припев:
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.

был фото һеҙгә оҡшаймы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева