АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Июль 2022, 15:20

Ә һеҙҙең бәпесегеҙҙең исеме кем?

Исем ҡушыу--һәр ата-әсәнең эше. Әммә һуңғы осорҙа күптәр балаһына ҡолаҡҡа ятмаған исем бирә.

Былтыр республикала яңы тыуған сабый-малайҙарға ата-әсәләре Алистар, Авдей, Богдан, Бьёрн, Варсель, Велимир, Гавриил, Давлад, Ермак, Златан, Илларион, Максимильян, Натаниэль, Одиссей, Патрикей, Роланд, Сабриэль, Теодор, Ярамир кеүек ят исемдәр ҡушҡан. Ҡыҙҙар араһында Азель, Ведара, Генриетта, Дэбора, Емельяна, Златица, Идона, Ҡәмәриә, Лавиния, Марфа, Миша, Николина, Одетта, Радлина, Савелия, Тейла, Фиалка, Христина, Шанель һәм Элис исемдәре бар.
Ҡайһы берҙәре бигерәк ҡолаҡҡа ятышһыҙ, эйеме?
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Комментарийҙар яҙығыҙ.

 

Сибайҙа яңыраҡ тыуған сабыйға Яра тип ҡуштылар. Ярослава түгел, Яра ғына. Бындай уйлап сығарылған исемдәр халҡыбыҙға хас түгел.

үрҙә һынап үткән исемдәр һеҙгә оҡшаймы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева