АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Май 2022, 18:40

Йорто алдында парад үтте

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — «Фронт әхирәттәре» клубы ағзаһы Ырыҫбаева Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Бөйөк Еңеү көнө шәхсән үҙе өсөн йорто янында ойошторолған парадты балконынан күҙәтте. Ветеранды Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары ҡотланы.

Йорто алдында парад үтте
Йорто алдында парад үтте

Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы 1923 йылда Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған. Үҙ теләге менән 1942 йылда һуғышҡа китә. Куйбышев ҡалаһы эргәһендәге аэродромда парашют йыйыу, хәрби самолеттарҙы бомба, снаряд, пулемет кеүек ҡоралдар менән яуға әҙерләүгә өйрәтеү курсын тамамлай. Сталинград фронтынан килгән 227-се дивизияның 637-се һауа-штурм полкы составында Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрәләр.
Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай. Орден, миҙалдар менән наградлана.
Һуғыштан һуң Медногорск ҡалаһында, 1970 йылдан комбинатта хеҙмәт итә.

Автор:Гульдар Кадаева