АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Апрель 2022, 10:45

Әүҙем һәм йәнле тормошҡа ашырыла

Өфөлә "Атайсал" проектына йомғаҡ яһалды. Билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төбәгенә  ярҙам итеүен күҙ уңында тотҡан программа күп изге эштәр башҡарырға мөмкинлек бирҙе.  “Атайсал” проекты республикабыҙҙың район- ҡалаларында бик әүҙем һәм йәнле  барҙы , үҙ маҡсатына өлгәште.  Билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төбәгенә  ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан программа күп изге эштәр башҡарырға мөмкинлек бирҙе. Был башланғысҡа битараф ҡалмай берәүҙәр тыуған яғының социаль учреждениеларын төҙөкләндерергә, йыһазландырырға ярҙам итте, икенселәр мәсеттәр, спорт объекттары төҙөттө, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктарҙы яңыртты, арт-объекттар урынлаштырҙы, төрлө матур саралар үткәрҙе, өсөнсөләр аҡсалата ярҙам күрһәтте.  Уларҙың был ғәмәле – маҡтауға лайыҡлы эш.

Әүҙем һәм йәнле тормошҡа ашырыла
Әүҙем һәм йәнле тормошҡа ашырыла

Билдәле булыуынса, “Атайсал”  БР Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылда  булдырылғайны. Йәмәғәтселек программаһы,  ысын мәғәнәһендә, илһөйәр кешеләрҙе берләштерҙе.

Бөгөн Өфөнөң  Конгрес-холында “ Яҡташлыҡ көсө– сила землячества” форумында проектҡа йомғаҡ яһалды. Программаға “түңәрәк өҫтәл”дәр форматында  секция эштәрен уҙғарыу һәм пленар ултырыш индерелгәйне.

  “Атайсал” проекты порталында 2700 ҡатнашыусы теркәлгән. Проекттар һаны буйынса  Стәрлетамаҡ, Краснокама, Ҡалтасы, Мәләүез райондары лидерҙар иҫәбендә. Өфө, Нефтекама, Салауат, Ағиҙел ҡалаларында ла меценатлыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр күп булған. Эшҡыуарҙар үҙҙәренең 5,5 мең проектын тормошҡа ашырып, 630 миллион һум  аҡса йүнәлткән. Был хаҡта  форумдың тантаналы өлөшөндәге сығышында БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

  –  Был – ябай кешеләрҙең аҡсаһы һәм  йәнтөйәктәрендәге тормошто матурайтыуға ихлас ярҙамы.

Беҙҙең “Атайсал” – меценаттар тураһында тарих ҡына  түгел, ул – өмә йолаһының дауамы, берҙәмлек символы, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”  тигән саҡырыуҙың ысынбарлыҡтағы сағылышы. Шулай бер-беребеҙгә  ярҙам итеп артабан йәшәйәсәкбеҙ ҙә. Республикабыҙға ҙур файҙа килтергән яҡташтарға рәхмәт белдерәм, – тине ул һәм бер төркөм әүҙем меценаттарға дипломдар , дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Улар – эре ойошма-предприятиелар етәкселәре, эшҡыуарҙар.    “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Вадим Соколов Саҡмағош районында 37 миллион һумлыҡ 16 проектты тормошҡа ашырған. Меценат Алексей Казанин тыуған Федоровка районы үҫешенә  15 миллион һум аҡса бүлгән. Эшҡыуар Руслан Ғирфанов Баймаҡ дауаханаһына  13,5 миллион һумлыҡ медицина  ҡорамалы алып биргән. Ағас эшкәртеү йүнәлешендә эшләгән билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллин райондың социаль учреждениеларына, приюттарға ярҙам күрһәтә, мәктәптәргә спорт инвентарҙары алып бирә. Сит илдә йәшәүселәр ҙә тыуған яҡтарының яҙмышына битараф түгел. АҠШ-тан Фәриҙә Әҙеһәмова Борай районының Иҫке Таҙлар ауылын төҙөкләндереүгә ярҙам ҡулы һуҙған , Испанияла йәшәүсе Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы ҡыҙы  Фирүзә Бикмаева Еңеү аллеяһына 212 ҡарағай үҫентеһе бүләк иткән. Исемлекте һанай китһәң, йәнтөйәктәре яҙмышына битараф булмаусылар бихисап.

 Тәүге тапҡыр үткәрелгән һәм тыуған ерен күркәмләүгә, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы берләштергән хәйриә проекты башҡаларҙы ла улар өлгөһөнә эйәрергә  саҡырыр, тип ышанғы килә.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Гульдар Кадаева