АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Апрель 2022, 11:30

Әхмәрҙәр өлгө күрһәтә

Баймаҡ районының Әхмәр ауылы халҡы изге ураҙа айы алдынан “Искәндәр” мәсетен тәртипкә килтерҙе. Изге ай барышында бер нисә ғаилә берләшеп һәр кис иман йортонда ифтар мәжлестәре уҙғара. Ураҙа тотоусылар ауыҙ асҡандан һуң тәрәүих намаҙҙарын уҡып, вәғәздәр һөйләп, ауылдаштарын изге ғәмәлдәргә дәртләндереп таралыша. Мәҫәлән, фитыр саҙаҡаһына ҡағылышлы вәғәз бик урынлы булды. Фитыр саҙаҡаһы ла, зәҡәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә. Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү фарыз. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (бер кешегә 150 һум тирәһе). Фитыр саҙаҡаһын Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була.

Әхмәрҙәр өлгө күрһәтә
Әхмәрҙәр өлгө күрһәтә

Пәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм йәшәгән заманда сәхәбәләренә ( шул ваҡытта йәшәгән һәм Мөхәмәд ғәләйһиссәләмде күргән, тыңлаған, аралашҡан кешеләр) Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше муйынын йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән.
Ифтар мәжлестәрендә дини һабаҡтар бирелә, аңлатыу эштәре алып барыла.

Мәҫәлән, фитыр саҙаҡаһына ҡағылышлы вәғәз бик урынлы булды.

Фитыр саҙаҡаһы ла, зәҡәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.

Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү фарыз. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла.

Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (бер кешегә 150 һум тирәһе).

Фитыр саҙаҡаһын Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була.

Барығыҙға ла Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтен бирһен! Иншалла, киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насип итһен.

Ураҙаларығыҙ еңел, ғәмәлдәрегеҙ сауаплы, доға-теләктәрегеҙ ҡабул булһын!

 

Автор:Гульдар Кадаева