АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Ноябрь 2021, 16:20

Теләктәрегеҙҙе уйлап теләгеҙ?

Бер ҡатын келәт йыйыштырып йөрөгән дә, сәйер генә шешә күреп ҡалған. Ирен саҡырып алған да: - Был ни ғәләмәт. Шешәнең тышына сәйер хәрефтәр менән “Асмағыҙ!” тип яҙылған. Ҡыҙыҡ та инде, әйҙә асайыҡ, -ти икән. Асып ебәрһәләр...

Теләктәрегеҙҙе уйлап теләгеҙ?
Теләктәрегеҙҙе уйлап теләгеҙ?

Бер ҡатын келәт йыйыштырып йөрөгән дә, сәйер генә шешә күреп ҡалған. Ирен саҡырып алған да:

- Был ни ғәләмәт. Шешәнең тышына сәйер хәрефтәр менән “Асмағыҙ!” тип яҙылған. Ҡыҙыҡ та инде, әйҙә асайыҡ, -ти икән.

Асып ебәрһәләр... буран сығып киткән дә, ҙуур бер әҙәм пәйҙә булған.

- Нисәмә быуат буйына ошо шешәлә йәшәйем. Тотҡонлоҡтан азат иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Икегеҙҙең дә берәр теләген үтәргә ризамын, -тигән.

- Ирем менән ғүмер буйы бер ҡайҙа сыҡмай йәшәнек. Балалар үҫтерҙек. Инде ял итергә лә ваҡыттыр. Беҙгә донъя буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирһәңсе?-тигән ҡатын. Шунда уҡ уның ҡулында билеттар барлыҡҡа килгән.

Ә ир эре генә төкөрөкләп мыйығын борғолап торған да:

- Ҡатын, ғәфү ит инде. Ғүмер буйы иңгә-иң терәшеп йәшәнек, дөрөҫ. Но... ялҡыттың мине. Миңә ун йәшкә кесерәк кәләш кәрәк ине.

-Һеҙҙең теләкте лә үтәйем. Рәхим итегеҙ!- тигән дә тылсымсы, ирҙе ун йәшкә өлкәнәйтеп ҡуйған ти.

Бына шулай, теләктәрегеҙҙе төптән уйлап теләгеҙ! Тылсымсылар килеп сыҡһа, тишек кәмәлә ултырып ҡалмағыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева