Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Ноябрь 2021, 14:57

Сәғәтте кем отто?

"Атайсал" гәзите яҙылыусылар араһында "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйынын дауам итә. Был аҙнаның бүләге—ҙур стена сәғәте кемгә уйнаған тип уйлайһығыҙ?

Сәғәтте кем отто?
Сәғәтте кем отто?

"Атайсал" гәзите яҙылыусылар араһында "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйынын дауам итә. Был аҙнаның бүләге—ҙур стена сәғәтен Сибай ҡалаһынан ГӨЛСИРӘ ВӘЛИӘХМӘТ ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА-ға уйнаны! Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм түбәндә яҙылған телефон номерҙары аша бәйләнешкә инеп, бүләкте килеп алыуын һорайбыҙ. Әйткәндәй, икенсе аҙнала электр сәйнүге уйнатыла.

Приз отоу өсөн гәзиткә яҙылыу квитанцияһының фотоһын йә күсермәһен беҙгә 8-927-941-26-06 ватсап һандарына йәки электрон адресҡа [email protected] ебәрергә ашығығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уйында бер йылға, йә ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша. Почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы--626 һум 10 тин, йыллыҡ--1137 һум 71 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакцияның подписка бүлеге аша ярты йылға 600 һум, бер йылға1100 һум түләп яҙыла ала.

Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Автор:Альфира Узянбаева