АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Ноябрь 2021, 18:00

Гөлдәргә ғашиҡ күңел

Һәр кем күңелендә йөрөткән “һауа-торошо” менән йәшәй. Кемдер ҡышты көтә, кемдер һалҡын, болотло көндәргә лә иғтибар итмәй күңелендә сәскәле яҙ миҙгелен һаҡлап, тирә-яғында матурлыҡ булдырып, ошо йылы атмосфераны башҡаларға ла өләшеп йәшәй бирә. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Минзифа Ҡашҡарова тап шундайҙарҙан.

Гөлдәргә ғашиҡ күңел
Гөлдәргә ғашиҡ күңел

Һәр кем күңелендә йөрөткән “һауа-торошо” менән йәшәй. Кемдер ҡышты көтә, кемдер һалҡын, болотло көндәргә лә иғтибар итмәй күңелендә сәскәле яҙ миҙгелен һаҡлап, тирә-яғында матурлыҡ булдырып, ошо йылы атмосфераны башҡаларға ла өләшеп йәшәй бирә. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Минзифа Ҡашҡарова тап шундайҙарҙан. Ғүмеренең 29 йылын ул сәкә үҫтереүгә бағышлаған. “Тормошта яратҡан шөғөлөң файҙа килтерһә, тыныслыҡ бирһә, һин бәхетле,” тиҙәр бит. Тормошта нинәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, Минзифа апай күңел һыҙлауын да, тап ошо сәскәләр менән баҫа, улар көс-дәрт бирә, алға әйҙәй, тигән фекерҙә.

Минзифа Ҡашҡарова Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән гөлдәр, баҡса эштәрен яратып башҡарған ҡыҙ, кейәүгә сығып үҙ доньям булһа, доньямды сәскәгә күмеп йәшәрмен, тип хыяллана. Баймаҡ егете Рөстәм Абдулла улы менән ғаилә ҡороп, башҡа сыҡҡас та сәскәләр үҫтереүен дауам итә.  Юлдыбайҙа иң беренсе петуния сәскәләрен башлап үҫтереүсе лә ул була.  “Приусадебное хозяйство” журналдын алдырып, ундағы каталогтар аша сәскә орлоҡтары яҙҙырып ала.  Уларҙы үҫтереү серҙәрен дә шул журналдан уҡып өйрәнә. Артабан башҡа  төрлө ят сәскәләрҙең орлоҡтарын яҙҙырта. Петунияларҙы иң алда тәҙрә төбөндә үҫтерә, аҙаҡ инде баҡсаға ултырта.  Сәскәләрҙең ниндәй генә төрөн үҫтермә ул: раузалар, пиондар, аквилегиялар, тюльпандар, мускари, төрлө төҫтәге лилиәләр, хризантемалар, флоксылар...

- Иптәшем менән йәшәүебеҙгә быйыл 29 йыл тулды. Гөл-сәскәләрҙе үҫтереү стажым да шул тиклем. Элек шаулатып баҡса үҫтерһәк, хәҙер өй гөлдәренә иғтибарҙы күберәк бүләм. Ҡайһы осорҙа джунгли һымаҡ булып китә. Иптәшемдең дуҫтары килһә: “Ҡалай һеҙҙә күңелле, джунглиҙа ултырған һымаҡ. Маймылдар ғына етмәй, уйынсыҡ маймылдар алып элеп сыҡ үрмәле гөлдәреңә,”-тиҙәр ине шаяртып. Әсәйем мәрхүмә лә гелән: “Гөл ауырыуы менән ауырый бит ул,” тип әйтер ине. Ысынлап та , кешегә барһам да  гөлдәрҙән башҡа бер нимәгә лә иҫем китмәй. Урамдан үткәндә лә, тәҙрә төбөндә гөлдәр ултырған өйгә шул тиклем ингем килә. Гөлдәре балҡып ултырған өйҙәр янынан һоҡланып үтеп китәм. Ундай йортта, эшһөйәр кешеләр йәшәй тигән фекерҙә мин. Сөнки матурлыҡ булдырыу өсөн теләк кенә түгел, тырышлыҡ һәм хеҙмәт кәрәк. Тәү сиратта гөлдәр ҙә кешеләр кеүек үк, күңел йылыһы, эскерһеҙ яратыу, теләп үҫтереү талап итә. Иртәнсәк уяныу менән гөлдәремде ҡарап сығам, уларҙың хәлдәрен һорашам. Һәр береһенең сәскәһенә ҡыуанып, кәйефем күтәрелә, уларҙан ниндәйҙер сәйер көс бирелгән кеүек.  Артыҡ борсорға ла яратмайым. Кәрәк булғанда ғына тупраҡтарын, һауыттарын яңыртам. Төптәрен йомшартам, ҡороған япраҡтарын алып ташлайым, ыҡсым ғына булып үҫһендәр өсөн формаға килтереп ҡырҡам, һыу ҡоям. Минеңсә, һәр кешенең бер яратҡан шөғөлө була. Гөлдәр үҫтереү бер ваҡытта ла ялҡытмай ул, киреһенсә ауыр уйҙарға сумып йөрөүҙән ҡотҡара. Әгәр ҙә, гөлдәр үҫтереү менән мауыҡмаһам, нисек йәшәр инем мин доньяла? Йыуатыусыларым да бит ул улар. Һәр ваҡыт сәскәләриараһында булыу, серләшеү, улар өсөн ҡыуанып йәшәү күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һәм һәр төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлай тигән уйҙамын,-ти ул.

Миңзифа апай иң беренсе каланхое, декабрист, фиалкаларҙан башлай. Артабан яран гөлдәр йыя. Уларҙың 150 төрөн үҫтерә. Ябай ғына гөлдәр күңеленә ҡәнәғәтлек бирмәгәс, бер туҡтауһыҙ ят гөлдәр эҙләү өҫтөндә. Быйыл  иһә өйҙә үҫеп емеш биреүсе ағастарға ҡыҙыға башлаған. Фейхоа, лимон, мандарин, карисса ҡыуаҡлыҡтары ултыртҡан. Глоксинияларҙың төрҙәрен йыйыу менән дә мауыға. Ә инде күңеле менән яратҡан гөлдәре- пахистахис, дипладения, клеродендрум, тунбергия, хоя, мансоа, иксора, ривина, рондолетия. Бына ошондай исемдәре ят гөлдәр үҫтереү менән шөғөлләнә әңгәмәсем. Дөйөм алғанда өйөндә 60 төр гөл барлығын иҫәпләнек.

Миңзифа апайҙың мөккибән китеп гөлдәр үҫтереүен күреүселәр, хайран ҡалыр ине моғайын. Кемдер буш эш тип әйтер.  Ә инде әңгәмәсемдең шул тиклем тырыш, алсаҡ, тормошҡа яратып бағыуы ошо гөлдәрендә сағыла. Тормош иптәше менән улар 6 балаға ғүмер бүләк иткән, иңгә-иң терәшеп ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырған. Тормош юлдары һикәлтәһеҙ булмай тигәндәй, ҡыҙғанысҡа күрә, ике ҡыҙҙары гүр эйәһе инде. Үҙенең дә һаулығы бер аҙ ҡаҡшай төшкәнлегенә ҡарамай,  бар йыуанысын тормош иптәшенән, балаларынан, ейәнсәрҙәренән, ғөмүмән яратҡан шөғөлө-гөлдәренән таба ул.

 

Автор:Альфира Узянбаева