АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Октябрь 2021, 19:00

Балаларға серле бүләк

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында балалар өсөн үҙенсәлекле китаптың исем туйы үтте. Сараны ойоштороусылар кескәйҙәргә ысын мәғәнәһендә серле бүләк әҙерләгән.

Балаларға серле бүләк
Балаларға серле бүләк

Ҡаланың иң матур, күркәм урындарын өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа белеп үҫергә тейеш. Ошонан сығып музей етәкселеге ҡалала социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Республика көнөнә арнап төбәктә тәүгеләрҙән булып балаларға буяу өсөн китап әҙерләп сығарған.Китаптың һүрәттәре ябай түгел, унда ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары һәм һәйкәлдәре төшөрөлгән. Һәр һүрәт аҫтына тарихи белешмә бирелгән. Китап аҙағында ерлеккә бәйле уйындар һәм ребустар ҡуйылған.

--Балаларға буяу өсөн һүрәттәр китабы эшләргә күптән хыялландым. Мин үҙем ошо ҡалала тыуып үҫтем, ошонда йәшәйем, эшләйем, таусылар төйәген бик яратабыҙ. Балалар ҙа кес кенә йәштән тыуған ерен ҡәҙерләп, уның менән ғоурланып үҫһен өсөн ошондай ижади эш башҡарҙыҡ, -- Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Ләйлә Аллабирҙина. --Китаптың исем туйы сиктәрендә балалар һүрәттәре күргәҙмәһе лә ойошторҙоҡ. Ҡыҙҙар-малайҙар ҡалабыҙҙың матур урындарын үҙҙәре нисек күрә, шул килеш һүрәткә төшөргән. Араларында бик матур эштәр бар. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр бирҙек, уҡытыусыларға грамоталар тапшырҙыҡ. Проектты баштан хуплаған Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров хупланы. Беҙ уға ҙур рәхмәтлебеҙ.

Проект башында уны ойоштороусылар социаль селтәрҙәрҙә балалар араһында “Ҡалабыҙҙың иң матур урындары” тип аталған һүрәт төшөрөү конкурсы уҙғарҙы. Кескәйҙәр конкурста әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең эштәрендә тыуған еребеҙҙең гүзәллеген, күркәмлеген сағылдырҙы. Һәләтле балаларҙың эштәре күргәҙмәгә лә ҡуйылды. Конкурста ҡатнашыусы һәр кемгә махсус бүләктәр тапшырылды.

Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында, күрше өлкәләрҙә лә билдәлелек яулай бара. Балаларҙы кес кенәнән ижадҡа йәлеп итеү, етмәһә ҡаланың тарихына, үҫешенә бәйле ижади эштәргә ылыҡтырыу уларҙа ватансылыҡ тойғоһо, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй.

Балаларға серле бүләк
Балаларға серле бүләк
Автор:Гульдар Кадаева