АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Октябрь 2021, 18:23

Үҙ йортом нигеҙе

Былай ҙа рәхәтләнеп һөйләшер күршеләре, сығып йөрөп инергә үҙ ишек алды булмағанға эсе бошоп йөрөгән Рәшиҙә инәйгә ҡыҙының был һүҙҙәре етә ҡалды. Бүлмәһенә бикләнеп йәшереп кенә илап алды ла, улына күсенергә әйберҙәрен төйнәй башланы. Ҡыҙының әйтерен дә көтмәй, үҙе юлланды.

Үҙ йортом нигеҙе
Үҙ йортом нигеҙе

Өләсәйҙең ике өй аша бәләкә генә күркәм йортҡа ҡарап: “Эй ватып бөтәләр инде шуны, нишләп ҡапҡаларын ныҡ ябалар икән, сәскә баҡсаһына эттәрен ябып ҡуйып нишләп тапаталар икән”-тип көйгәненә ҡарап аптырап: “Рәшиҙә инәй өйҙә юҡмы әллә”,-тип һорамайынса булдыра алманым.

Йорт хужаһы Рәшиҙә инәй ҡыҙының һәм улының фатирҙарын ҙурайтышам тип яңыраҡ ҡына өйөн ҡаланан килгән урыҫтарға һатып, ҡыҙына күсеп киткәйне. Кеше йорто кемгә кәрәк инде, ҡалала йәшәп өйрәнгәндәргә иркен. Кемдер үҙ ҡулдары менән төҙөгән, кемдер йортҡа күңелен һалған тип уйламайҙар. Рәшиҙә инәйҙең ипле, донъяһының һәр мөйөшөн бөртөкләп кенә йыйғанын белгән күршеләренең йәне көйөп бөттө. Көн һайын ҡунаҡ, тауыш, хатта, төндәрен салют аттырып ыҙалаталар.

Рәшиҙә инәйҙе “гел генә ҡайтыуы ҡыйын, ауырыһаң ҡайғырабыҙ, ярҙам итергә яҡын ерҙә туғандар юҡ” тигән сәбәптәр менән өйҙө һатырға ҡыҙы күндерҙе. Күршеләре һатмаҫҡа өгөтләһәләр ҙә, тыңламаны, балаларым янына күсәм тигән булып, өйөн һатты ла ебәрҙе. Бына инде ҡала тормошо. Ҡыҙы менән кейәүе көн оҙоно эштә. Рәшиҙә инәй ике ейәнсәрен мәктәптән ҡаршылай, ашата, түңәрәктәргә оҙата, ҡаршы ала. Балаларға өләсәй менән йәшәү тәүҙә оҡшағайны ла. Бер туҡтауһыҙ күҙәтеү аҫтында булғастар, бик тиҙ киреләнә башланылар. Йә бешерелгән аш оҡшамай, йыйыштырғанды яратмайҙар. Бер туҡтауһыҙ әсәләренә ошаҡлашалар. Ҡыҙы ла һуңғы арала тырт-мырт баҫып йөрөй башланы. Арығанлығына, өйгә ҡайтһа өләсәй менән ҡыҙҙар араһындағы проблемаға йәне көйә. Ә бер көн килеп инәй яңылыш ҡына ҡыҙы менән кейәүенең һөйләшкәнен ишетеп ҡалды.

-Был әсәй аптыратты. Шым ғына йәшә бит инде. Йә тегендә ҡыҫыла, йә бында. Арып киттем, хатта. Балалар ҙа уның мыжыуына зарлана. Әллә бер аҙға ҡустыма ебәреп торорға,-тип әйтеп һалды ҡыҙы.

Былай ҙа рәхәтләнеп һөйләшер күршеләре, сығып йөрөп инергә үҙ ишек алды булмағанға эсе бошоп йөрөгән Рәшиҙә инәйгә ҡыҙҙының был һүҙҙәре етә ҡалды. Бүлмәһенә бикләнеп йәшереп кенә илап алды ла, улына күсенергә әйберҙәрен төйнәй башланы. Ҡыҙының әйтерен дә көтмәй, үҙе юлланды. Улы ҡыҙы кеүек ҡырыҫ булманы. Бәләкәйҙән ярҙамсыл, асыҡ, киң күңелле булып үҫте. Әммә әсәһенең бер аҙға йәшәргә килгәнен күргәс, ҡыуанманы.

-Әсәй, әйҙә рәхим итеп ҡунаҡ бул. Бергә йәшәргә тура килмәҫ, моғайын. Миңә кәләш алырға кәрәк бит, -тигәненә Рәшиҙә инәйҙең йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы. Эйе, бабайы менән бергәләп тинде тингә һанай-һанай һалған өйҙәрен һатҡанына ныҡ үкенде. Әммә терһәкте тешләп булмай шул. Кирегә табан юл да юҡ. Ике аҙналап улында йәшәгәс, ауылға күршеләренә барып хәл белеп ҡайтмаҡсы булды. Улы тиҙ генә алып барып ҡалдырып та китте әсәһен. Ауылдағы рәхәтлек! Тирә-яҡ әкиәт донъяһылай төрлө төҫтәргә мансылған, йондоҙҙар һибелгәндәй ағастарҙан һары япраҡтар ҡойола, улары ла Рәшиҙә инәйҙе сәләмләгәндә ел ыңғайына өҫкә һирпелә.

Күңелдәре бушанғансы күршеһе менә рәхәләнеп сөкөрҙәшеп сәй эсеп алғас, үҙ йорто тирәһенә барып урарға булып китте. Донъяһының туҙып ятҡанлығын күреп йәне көйөрөн белгән күршеһе, уға эйәрҙе. Ысынлап та, ишек алдын күреп йөрәген тотоп ултыра төштө ул.Тирә-яҡтағы сүп-сарға, ҡый баҫҡан баҡсаға ҡарап хайран ҡалды. Өй хужалары аптырап ултырған инәйҙе күреп, ҡыуанып киттеләр:

-Ҡыҙығыҙға шылтыратһаҡ, һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе белмәйсе. Инәй, беҙ ауыл кешеләре түгел бит инде. Ауылда йәшәп ҡараныҡ, иркенләп, рәхәтләнеп ял иттек. Ошондай һорауыбыҙ бар ине һеҙгә, үҙегеҙ ҡышҡылыҡҡа ҡайтып торғоғоҙ килмәйме. Беҙ йәйгә тиклем ҡалаға күсергә булып киттек бит әле. Күҙ-ҡолаҡ булып торорға кеше кәрәк.

Бына шулай, аптырап йөрөгән Рәшиҙә инәй үҙ нигеҙенә кире ҡайтты. Ең һыҙғанып донъяһын таҙартып алды ла, рәхәтләнеп йәшәй бирә әле. Балалары ла бер нисә ҡайтып кире ҡалаға ҡайтырға инәлеп ҡараны. Тик Рәшиҙә инәй, үҙ йортонан үҙ аяғы менән сыҡмаясағын әйткәс, бер аҙға тынысланғандай булдылар. Бына шулай, ҡарт көнөңдә үҙ нигеҙеңдә йәшәй алыу ҙа ҙур бәхет икән ул.

Автор:Альфира Узянбаева