АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Октябрь 2021, 18:50

Рәхмәтлемен һиңә, уҡытыусым.

Кластағы балалар минән бер ваҡытта ла көлмәне. Был да уҡытыусымдың тәрбиә нигеҙе. Тик әсәйемә генә мин шәүлә кеүек булдым. Мәктәптән ҡайтыуыма яғылмаған һалҡын өй, буш өҫтәл һәм диванда аунап ятҡан иҫерек әсәй. Ул өйҙә булһа ярай ҙа, ҡай саҡ ярты төнгә тиклем өйҙә булмай.  Берәйһенә ялланып эшләй ҙә, таң атҡансы эсә. Унан һуң өйгә ҡайтып тәгәрләй, илай, ҡысҡыра, бар булмышында мине ғәйепләй. Әҙерәк хәле булһа, сәсемдән һөйрәп туҡмай.

Рәхмәтлемен һиңә, уҡытыусым.
Рәхмәтлемен һиңә, уҡытыусым.

Уҡытыусылар көнө яҡынлашҡан һайын, үҙемдең тәүге һәм ғүмерлеккә яҡын уҡытыусымды иҫкә алам. Мин насар ғаиләнән булһам да, бер ваҡытта ла айырып ҡараманы. Уҡытты, тәрбиә бирҙе, наҙланы, серҙәремде бүлеште. Уйлап ҡараһаң, уның да бит өйө, ире, береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы бар ине. Мин етенсеһе булдым уның өсөн. Байрам көндәрендә кейергә класс шкафында минең өсөн ҡупшы ғына аҡ яҡалы форма эленеп торҙо. Уны ла уҡытыусым килтерҙе. Үҙенең балаларыныҡын түгел, өр яңынан алып бирҙе. Мин әсәйемдән туҡмаласағымды белеп форманы өйгә алып ҡайтманым. Мәктәпкә уҡытыусым иртәрәк килеүемде һорай ине. Сөнки аҡ ҡына ҡулъяулыҡҡа төрөп ҡаймаҡ буяп ике телем икмәкте бер-береһенә ҡаплап алып килеп ашата торғайны. Йә кәнфит, йә печеньеһы ла булды. Ҡайтыр алдынан ашханаға индереп йылы аш ашатты. Әкиәт тиһегеҙме, юҡ. Бар ул ундай уҡытыусылар. Кластағы балалар минән бер ваҡытта ла көлмәне. Был да уҡытыусымдың тәрбиә нигеҙе. Тик әсәйемә генә мин шәүлә кеүек булдым. Мәктәптән ҡайтыуыма яғылмаған һалҡын өй, буш өҫтәл һәм диванда аунап ятҡан иҫерек әсәй. Ул өйҙә булһа ярай ҙа, ҡай саҡ ярты төнгә тиклем өйҙә булмай.  Берәйһенә ялланып эшләй ҙә, таң атҡансы эсә. Унан һуң өйгә ҡайтып тәгәрләй, илай, ҡысҡыра, бар булмышында мине ғәйепләй. Әҙерәк хәле булһа, сәсемдән һөйрәп туҡмар ине. Ә атайымды бөтөнләй белмәйем.

Урта кластарға күскәс тә, тәүге уҡытыусым әсәй урынына булды. Гелән хәлемде һорашты, сумкама йәшереп булһа ла тәмлекәстәр һала торғайны. Үҫә килә уҡытыусымдан оялыу, үҙемдән ғәрләнеү кеүек хистәр барлыҡҡа килде. Нисек кенә уны урап ҡасырға тырышһам да, уҡытыусым мине эҙләне, тапты. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Класыбыҙ менән район үҙәгенә барырға булдыҡ. Етәксебеҙҙең маҡсаты- беҙҙе уҡыу йорттары менән таныштырыу, театрға алып барыу ине. Минең унда барырға аҡсам булмағас, бармаҫҡа ҡарар иттем. Эй ғәрлек инде, төнө буйы илағас, башым ауырып таң менән уяндым. Өйөбөҙ алдына ҙур мәктәп автобусы килеп туҡтаған. Уҡытыусыбыҙ йүгереп инде лә: “Әйҙә,тиҙерәк бул. Һинең өсөн Әсмә Ғәли ҡыҙы түләне,”-тип кейендереп алып сығып китте.

Бына шулай, мәктәпте тамамлағас, тәүге уҡытыусым етәкләп алып барып тигәндәй медицина училещаһына уҡырға индерҙе. Хәҙер инде юғары белемле табипмын. Уҡытыусымдың күңелемде үҫтереүенә, мине иҫерек әсә ҡуйынынан айырып ала алыуына, үҙенең күмәк балалары араһында йөрәгенә мине лә һыйҙырғанына мең-мең рәхмәтлемен. Ҡалала уҡыған ваҡытта ниндәй эш менән генә килһә лә үҙенең өс студент ҡыҙына һәм миңә ҙур-ҙур сумкаларға күстәнәстәр тейәп килә торғайны.

Бар күңелен биреп эшләне ул, ысын уҡытыусы булды. Уның ҡул аҫтында ғына күпме йән яралары төҙәлде, күпме баланың тормошон гөлдәй итте. Тик үҙенең генә ғүмере ҡыҫҡа булды, ҡаты ауырып яҡты донъяларҙан китеп барҙы.

Бар булмышым, бар йөрәгем менән рәхмәтлемен һеҙгә, уҡытыусым. Һағынам, юҡһынам...

Ихтирам менән исемһеҙ ҡыҙ.

 

Автор:Альфира Узянбаева