Бөтә яңылыҡтар
25 Июль 2020, 15:05

Башҡортостанда мультипликация тармағы үҫеш ала

Башҡортостан хөкүмәте менән “Сколково” фондының уртаҡ проекты булған технопарк 2021 йылда асыласаҡ. Ул Зәки Вәлиди урамы, 32А адресы буйынса урынлашҡан.

24 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров компьютер графикаһы һәм анимация өлкәһендә эшләгән “Муха” студияһының ижад майҙансығын ҡараны. Компанияның яңы перспективалы ижади проекттары һәм 50 кешенән торған коллективтың эш шарттары менән танышты.
1990 йылда ижад юлын башлаған“Муха” студияһы Рәсәй компьютер графикаһы баҙарында лидерҙарҙың береһе булып иҫәпләнә. Компания ижад иткән фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, телевизион заставкалар һәм махсус эффекттар – медиа мөхиттә киң популярлыҡ яуланы. Бөгөн студия Башҡортостан хөкүмәте һорауы буйынса “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы мультфильм өҫтөндә эшләй. Ул Наполеон һуғыштары осорондағы башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығына арнала.
Төбәк етәксеһе мультипликация тармағының артабанғы үҫешенә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда студияға хөкүмәт яғынан ярҙам мөмкинлектәре лә ҡаралды.
Быға тиклем Радий Хәбиров “Союзмультфильм” киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашып, “Муха” студияһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм Башҡортостандың иң яҡшы анимацион образдарын ил күләмендә күрһәтеү тураһында һөйләшкәйне.
“Союзмультфильм” балалар ижадын алға этәрә – тематик лагерҙар, балалар үҙәктәре һәм кинофестивалдар булдыра. Быларҙың барыһын да тулы кимәлдә Башҡортостанда ла тормошҡа ашырып була. Был йүнәлештә “Муха” студияһы менән берлектә рәссам Камил Буҙыҡаев эшләй.
Фекер алышыу барышында Радий Хәбиров “Муха” студияһы етәкселегенә Өфөлә булдырыласаҡ “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы резиденттары исемлегенә инергә тәҡдим итте. Башҡортостан хөкүмәте менән “Сколково” фондының уртаҡ проекты булған технопарк 2021 йылда асыласаҡ. Ул Зәки Вәлиди урамы, 32А адресы буйынса урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы республикала йәшәгән тарихи шәхестәр тураһында анимацион фильмдар, көнүҙәк социаль реклама булдырыу - хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле йүнәлеше булырына ышаныс белдерҙе.