Бөтә яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 13:05

Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен!

2019 йыл Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры өсөн дә сағыу-сағыу сараларға, тамашаларға һәм гастролдәргә бай булды. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип нарыҡланды. Ошо айҡанлы мәҙәниәт усаҡтарына ҙур иғтибар бүленде, төрлө-төрлө күркәм саралар үткәрелде. Бына был йылды тамамлап, өр-яңыһына аяҡ баҫырға торабыҙ. Тимәк, уҙған йылға һығымталар яһарға ваҡыт. 2019 йыл Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры өсөн дә сағыу-сағыу сараларға, тамашаларға һәм гастролдәргә бай булды. Ғинуарҙан алып ноябргә тиклем йәмғеһе 254 спектакль ҡуйылды. Шуларҙан 63 спектакль теартҙа ҡуйылһа, 191-гастролдәрҙә. Тамашасыларҙың һаны бөтәһе 38 302 кешегә барып етте. 11 542 тамашасы спектаклдәрҙе урында ҡараһа, 25 760 тамашасы гастролдәр ваҡытында рухи байлыҡ алып ҡыуанды. Театр хеҙмәткәрҙәре республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары, Ырымбур, Силәбе өлкәләре райондары, Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөнө. Киләсәктә уларҙы тағы ла күбәйтеү планлаштырыла. Алдағы йылда улар республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көн- сығыш райондарына, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округына ла сығырға иҫәп тота. Быйыл Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары тамашасыларын "Китмәгеҙ, торналар!", "Ул бит кисә ине""Үгәй ҡыҙ", "О, мөхәббәт", "Ерема, Данила һәм сихырлы көстәр тураһында", "Башмағым" һәм "Парлы яңғыҙҙар" спектаклдәре премьераһы менән ҡыуандырҙы.
2019 йыл юбилейҙар менән дә иҫтәлекле булды. Актриса Резеда Сәфиуллина - 50, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин-70, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Риф Ғәле улына, Дамир Мәжит улына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамоталары тапшырылды.
Урындағы театр хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың 100 йыллығына һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы сараларҙан да ситтә ҡалманы. Шулай уҡ оло йәштәгеләр һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәйриә спектаклдәре ҡуйылды, саралар үткәрелде.
2019 йылда театр артистары төрлө маҡтаулы исемдәр алып та ҡыуанды. Башҡортостандың атҡаранған артисы Альберт Салауатов республиканың музыка сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Йәш актриса Юлиә Мөхәмәтйәнова иһә, бар оҫталығын күрһәтеп, ысын профессионал дипломын алыуға өлгәште. Шулай уҡ уға Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Театр артистары Урал Зәйнуллин һәм Арсен Шәйхисламов 2019 йыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алып ҡыуанды.
Үтеп барған Театр йылын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры өсөн емешле булды тип әйтергә була. Иң ҡыуаныслыһы-театр коллективы "Театр-2019" номинацияһында "Йыл танылыуы" исеменә лайыҡ булды. Артистарыбыҙға киләсәктә лә арыу-талыу белмәй мәҙәниәтебеҙ һәм сәнғәтебеҙ хаҡына хеҙмәт итеүҙәрен, тамашасыларын тағы ла сағыуыраҡ тамашалар менән ҡыуандырыуҙарын, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләп ҡалабыҙ. Ижади ҡомарығыҙ һис ҡасан һүнмәһен, һүрелмәһен!
Нәркәс Алсынбаева.
Читайте нас: