АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
9 Декабрь 2019, 10:05

"БӨЙӨК МОСТАЙ ОСРАШТЫРҘЫ..."

Сибай ҡалаһының "Тейенкәй" балалар баҡсаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" исемле сара үтте.

Сибай ҡалаһының "Тейенкәй" балалар баҡсаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" исемле сара үтте.
Баҡсаның йәмле музыкаль залында, йылы атмосферала бөйөк остазыбыҙҙың "Ҡоштар осорам", "Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?", "Кил инде", "Ҡайын япрағы тураһында", "Йылғалар төнөн һөйләшә" һ.б. исемле шиғырҙары, һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, башҡорт бейеүҙәре башҡарылды. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө кескәйҙәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр М.Кәримдең әҫәрҙәрен бик оҫта башҡарҙы. Байрамды биҙәп, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары - Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин ҡатнашты. Әйткәндәй, улар күптән түгел Өфө ҡалаһындағы үткән М.Кәримдең юбилейына арналған "Һүҙ оҫтаһы" исемле шиғриәт бәйгеһендә көс һынашып, сығыштарына бик юғары, лайыҡлы баһа алып ҡайтҡандар ине. Артистарға һүҙ бирелгәс, залда ултырған барлыҡ ҡатнашыусылар тын да алмай, бер һүҙен дә түкмәй-сәсмәй иғтибар менән тыңлап, үҙҙәрен бөйөк шағирҙың әҫәре геройҙары итеп тойоп, иҫ китмәле тәъҫораттар алды. “Имеш, һине Хоҙай яратҡан ти...”, “Сал сәстәрем” исемле тәрән мәғәнәле, йөрәктәрҙе тетрәтерлек шиғырҙарҙы башҡарғанда, тамашасылар биш минутҡа үҙҙәрен театр залында ултырған төҫлө тойоп, Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙының һәм Юнир Шәкүр улының сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Сараны ойоштороусылар – “Тейенкәй” балалар баҡсаһы мөдире Л.П.Мурзикова, тәрбиәселәр Г.И.Хәмитова һәм А.Б.Таһирова, баҡсаның барлыҡ педагогик составы, ата-әсәләр театр әһелдәренә, барлыҡ ҡатнашыусыларға сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе.
Был сара менән, 2019 йыл Рәсәйҙә – Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған балалар баҡсаһында ҙур эшкә йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, кескәй саҡтан үк һәр кем үҙ илен үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла өлөш индерергә тейеш һәм бурыслылыр.
Г.Теләүсина.