Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
6 Декабрь 2019, 18:10

«Сулпан» Чебоксарҙа балҡыны!

Күптән түгел М.Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасылар театрында Чебоксар театр форумы-2019 сиктәрендә “Волга буйы әкиәте” Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале булып үтте. Атап үтелгән фестивалдә төрлө төбәктәрҙән ун театр ҡатнашты.

Күптән түгел М.Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасылар театрында Чебоксар театр форумы-2019 сиктәрендә “Волга буйы әкиәте” Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале булып үтте. Атап үтелгән фестивалдә төрлө төбәктәрҙән ун театр ҡатнашты.
Был күркәм сарала Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар те-атры Сәрүәр Суринаның “Ҡәнифә юлы” спектак-ле менән республикабыҙ данын яҡланы. Улар тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелеп, фестивалдән ҡыуанып ҡайтты. Башҡа тарафтан килгән коллегаларынан да тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеткәндәр. Тимәк, ре-
жиссер Зиннур Сөләй-мәнов та, образдарҙы һынландырыусы актерҙар ҙа, ғөмүмән коллектив эштәрен еренә еткереп башҡарған. Хеҙмәттә ихласлыҡ булһа ғына уңышҡа өлгәшеп булалыр ул.
Ғөмүмән, Сибай кон-церт-театр берекмәһенең “Сулпан” театры коллективы өсөн фестивалдә ҡатнашыу киләсәктә дәртләнеп эшләү өсөн ҙур стимул булды. Сөнки арҙаҡлы жюри тарафынан юғары баһа алыу—һәр сәнғәт әһеле өсөн оло мәртәбә. Баһалама ағзаларын спектаклдең башҡорт те-
лендә күрһәтелеүе лә таң ҡалдырҙы. Әлбиттә, бының менән бер рәттән рус теленә синхрон тәржемә лә була.
“Волга буйы әкиәте” фестивале—коллективтар өсөн үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре тыуҙырыуы менән дә бик әһәмиәтле. “Сулпан” балалар театры фестивалдә “Иң яҡшы сценография” номинацияһына лайыҡ булып, оло еңеү менән дәртләнеп ҡайтты. Әйтеүҙәренсә, фестиваль бик юғары кимәлдә үткән.
—Сыуаштар—бик алсаҡ, ихлас халыҡ. Беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Бер ниндәй яһалмалыҡһыҙ оло ихтирам күрһәттеләр. Ҡалалары ла бик матур, төҙөк һәм таҙа,—тине “сулпан”дар тәьҫораттары менән бүлешеп.
Ижади коллективты ошо еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә төрлө-төрлө уңыштарығыҙ менән тамашасыларығыҙҙы ҡыуандырырға яҙһын!
Н.Сәйғәфәрова.
Һүрәттә: спектаклдән күренеш.