Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
2 Декабрь 2019, 14:10

Бәләкәй генә әртистәр…

Сибай ҡалаһының «Сулпылар» балалар баҡсаһында ике көн буйы «Кем көслө?» спектакленең премьераһы уҙҙы.

Сибай ҡалаһының «Сулпылар» балалар баҡсаһында ике көн буйы «Кем көслө?» спектакленең премьераһы уҙҙы. Башҡорт халыҡ әкиәте буйынса сәхнәләштерелгән тамашала балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре ҡатнашты. Йәш артистар спектаклде беренсе көн үҙҙәренең тиҫтерҙәренә күрһәтһә, ә икенсе көн ата-әсәләр алдында сығыш яһап, уларҙы ҡыуандырҙы. Сағыу декорациялы, йыр-моңло һәм күңелле әкиәт тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әкиәт сюжеты барыһының күңелен яуланы. Оҫта уйнауҙары менән кескәй артистар театр сәнғәтенең иҫ китмәле сихри мөхитен сағылдырҙы. Тамашасылар ихлас алҡышланы.
Хәҙерге компьютерлаштырылған заманда бындай саралар ойошторолоуы бик мөһим. Балалар баҡсаһында йәш быуынды сәнғәткә ылыҡтырыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү хуплауға лайыҡ. Был күркәм сараны ойошторғандары өсөн “Сулпылар” балалар баҡсаһының мөдире Биушкина Нурия Әхәт ҡыҙына, коллектив педагогтарына ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.
Венера Халиҡова.