Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
13 Ноябрь 2019, 11:00

“Башмағым” юғалмаған…

Режиссерҙарҙың йыш ҡына: “Халыҡты илатыуға ҡарағанда, көлдөрөү ауырыраҡ”,--тигәнен ишеткәнебеҙ бар. Тимәк, Сибай сәхнәһенә йәнә “Башмағым”ды сығарыусылар ҡатмарлы, яуаплы йөкләмәне уңышлы атҡарып сыҡты.

XX быуат башында, йәғни 1916 йылда Хәбибулла Ибраһимов тарафынан яҙылған, ә 1940 йылда билдәле драматург Тәжи Ғиззәт менән композитор Джәүҙәт Фәйзи берлегендә музыкаль комедия итеп бер аҙ үҙгәртелгән “Башмағым” музыкаль комедияһы ниндәй генә сәхнәләрҙә ҡуйылманы ла, кемдәр генә күрмәне икән уны! Ролдәрҙе лә береһенән-береһе билдәле актерҙар һынландырҙы. Оло быуын уларҙы яҡшы хәтерләйҙер. Патриархаль сауҙагәрҙәрҙең тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылдырылған был спектаклде сибайҙар 1995 йылда сәхнәләштергәйне. Әле килеп уға заманса һулыш өрөп йәнә халыҡ хөкөмөнә сығарҙылар.
Сибай тамашасылары “Башмағым”ды йылы ҡабул итте, көслө алҡыштарға күмде. Ижади коллектив быға һис шикһеҙ лайыҡ ине. Сөнки комедияны сәхнәгә сығарыуға ҙур көс һәм тырышлыҡ һалынған. Сәхнәнең биҙәлеше, костюмдарҙың сағыулығы, йыр-бейеү—быларҙың барһы ла талантлы актерҙарҙың сығышын тулыландырып, тамашаны юғары бейеклеккә күтәрҙе. Быны һүҙ менән генә аңлатыу хатта ауыр ҙа, сөнки үҙ күҙе менән күргәндәр генә премьераның шул тиклем ылыҡтырғыс һәм шәп булыуын төшөнөр.
Геройҙар ҡиммәтле башмаҡтар юғалыуға бәйле төрлө комик хәлдәргә юлыға. Комедиялағы проблемалар хәҙерге көндә лә актуаллеген юғалтмаған. Байлыҡ артынан сапҡан, аҡса тип күҙҙәре томаланғандар мул мөлкәткә эйә булыу өсөн ҡәҙерле кешеһенең яҙмышын селпәрәмә килтерергә лә әҙер. Әммә беҙ уны илап, һағышланып түгел, ә көлөп күҙәтәбеҙ. Комедияның асылы ла шуға ҡайтып ҡала бит. Тамашасыны көлдөрөү анһаттан түгел. Көнкүреш хәлдәре, геройҙарҙың характерҙары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре бик йәнле, үтә ҡыҙыҡлы итеп күрһәтелә.
Режиссерҙарҙың йыш ҡына: “Халыҡты илатыуға ҡарағанда, көлдөрөү ауырыраҡ”,--тигәнен ишеткәнебеҙ бар. Тимәк, Сибай сәхнәһенә йәнә “Башмағым”ды сығарыусылар ҡатмарлы, яуаплы йөкләмәне уңышлы атҡарып сыҡты. Сөнки премьера барған көндәрҙә, йәғни 7 һәм 8 ноябрҙә театр залында көслө алҡыштар яңғырап торҙо.
Әйткәндәй, спектакль ҡуйыу өсөн Өфөнән ижади төркөм саҡырылған ине. Ҡуйыусы-режиссер--Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Рөстәм Баймөхәмәтов һәм Әлиә Байрамғолова художестволы яҡтан биҙәһә, музыкаль йәһәттән композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин тамашаға йән өрҙө. Балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова ла тос өлөш индергән. Бейеү ҙә был спектаклде ныҡ байытҡан. Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов (Кәрим бай), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова (Фәхриә, Кәрим байҙың ҡатыны), Гөлфиә Мәҡсүтова (Кәримдең ҡыҙы), Нәфис Сәйетов (Ғәлимйән), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбай (Зыя, Себер байы), Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова (Йыһан), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин, Юнир Мансуров (Вафа), Морат Амантаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин (Ғаффар), Юлиә Мөхәмәтйәнова (Хәлимә), Нәфисә Мәзитова (Нәсимә), Салауат Вәлиев (полиция агенты), Айбулат Ғүмәров (полиция агенты), Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хафизова, Рима Ғәйнуллина (еңгәйҙәр) башҡарҙы.
Алдан әйтеүебеҙсә, костюмдар шул тиклем матур, сағыу ине. Кейемдәрҙең эскизын Өфө рәссамы Әлиә Байрамғолова эшләп бирһә, Белорет ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Резеда Сәйдәрова ательеһы уларҙы тегеп биргән.
--Костюмдар өҫтөндә оҙаҡ эшләнек. Аҙналар, айҙар буйы ошо сәхнә әҫәре геройҙары менән йәшәнек, уларҙың холҡона тап килерҙәй, шул заманды сағылдырырҙай һәр деталгә иғтибар иттек. Бөгөн килеп төн йоҡоларыбыҙҙы алған, күп уйланырға, күп эшләргә мәжбүр иткән костюмдар “терелде” һәм сәхнәгә сыҡты. Мин бик шатмын,--ти тегенсе Резеда Рифғәт ҡыҙы.
Ғөмүмән, афарин! Ижади коллектив маҡсатына иреште—тамашасыны хайран итте! Киләсәктә лә уңышлы эшләргә яҙһын!
Резеда Усманова.