Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
3 Июнь 2019, 10:02

«МИН—ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ»

Үткән йылдың көҙө театр яратыусыларҙың күңелендә «Әүлиә» спектакленең премьераһы менән уйылып ҡалды. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрының Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесын сәхнәләштереүе бик отошло аҙым булды. Тамашасы был спектакелде бик яратып ҡабул итте, залдарҙы тултырып ҡат-ҡат ҡараны. Сөнки Мөжәүир хәҙрәт күптән инде һәр кемдең күңеленә яҡты нур булып инеп урынлашҡан. Уның иң ауыр хәлдә лә ауырыуҙарға Аллаһ ҡөҙрәте менән ярҙам итә алыу һәләте ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә торошло. Шуға күрә лә, үҙен күрмәһә лә, күптәр уны телдән-телгә күсеп килгән хәтирәләр аша белә, уның аҡыллығына һоҡлана, яҡшы сифаттары өсөн уны ярата. Бына ошондай яҡты образ тураһында әҫәрҙе сәхнәләштереү оло хеҙмәт һәм сикһеҙ талант талап итәлер. Сибай дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәре был юлы ла һынатманы, таланттарын асып һалып, оло уңышҡа өлгәште. «Әүлиә» спектакле менән тамашасы тулы залдарҙы йыйып ҡына ҡалманылар, төп ролде башҡарыусы Урал Зәйнуллин Башҡортостандың атҡаҙанған артисты исемен дә алды. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Мәжәүир хәҙрәт образын һынландырыусы актер менән.

—Сәнғәткә юлығыҙ нисек башланды?
--Мин Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙ сәнғәткә бөтөнләй бәйле түгел. Атайым ғүмер буйы мал ҡараһа, әсәйем фельдшер булды. Үҙем дә тәбиғәт балаһы булдым. Урман-ҡырҙарҙы яратҡас, урмансы булыу ине теләгем. Ә сәнғәткә мине ябай ҡыҙыҡһыныу алып килде. 11-се класты тамамлаған йылды район үҙәгендә Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә һайлап алыу туры буласағы турһындағы иғланды күреп ҡалдым да, Йылайырға юлландым. Актер булам тигән хыял түгел, ә ҡыҙыҡһыныу, ҡыҙыҡ өсөн генә үҙемде һынап ҡарау теләге этәрҙе мине был аҙымға. Ата-әсәйем дә уҡырға инеп китеремә бер ҙә ышанманы. Буш менән булып йөрөгән кеүек кенә ҡаранылар. Әммә, мәктәп йылдарында шиғыр һөйләргә яратыуым булышлыҡ иттеме, мин һайлау турын үтеп, Өфөгә имтихан һынауҙарына саҡырыу алдым. Шулай итеп, эсемдә йәшеренеп ятҡан талантым асылғас, ата-әсәйем фатихаһын бирҙе инде. Тиҙҙән мин Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты булып та киттем.
—Тәүге ролегеҙ хәтерегеҙҙәме?
—Эш юлымды «Сулпан» балалар театрында башланым. Шунда Илшат Йомағоловтың «Тишек тире»һендә Ҡуян ролен башҡарған инем. Уға тиклем дә студент саҡтарҙа сәхнәгә сыҡҡаным булды, әлбиттә. Әммә иң иҫтә ҡалған тәүге ролдәремдең береһе—«Берҙән-бер аҡҡош» спектаклендәге Оливер. Нәркәс Искәндәрованың студент эшендәге төп роль ине ул. Мин унда саҡырыу буйынса барҙым. Ошо ролде нисектер яратып, илһамланып башҡарҙым.
—Ниндәй ролдәр күңелегеҙгә яҡын
һәм еңел бирелә?
—Уйнаған ролдәремдән «Әллә өйләнергә инде» спектаклендәге Сәлим, «Ахрызаман»дағы – Харун күңелемә яҡын. Шулай уҡ «Әүлиә»ләге Мөжәүир хәҙрәт роле йөрәгемдә айырым бер урын биләй. Ғөмүмән алғанда инде комик образдар ҙа, трагик ролдәр ҙә берҙәй яҡын миңә. Айырып ҡына әйтеп тә булмай. Шулай ҙа драма жанры минең өсөн еңелерәктер ул.
—Ижадыңда Мөжәүир хәҙрәт роле ниндәй урын биләй?
—Минең өсөн был роль бик яуаплы ине. Уны уйнар алдынан эстә ниндәйҙер шом булды. «Еренә еткереп башҡара алырмынмы, тамашасы мине тап Мөжәүир хәҙрәт итеп ҡабул итерме?»—тип ҡурҡтым. Сөнки мин йәш быуынға, ғөмүмән, халыҡҡа ошо образды бөтә матурлығында, тулылығында еткерергә тейеш инем. Бының өсөн хәҙрәттең тормош юлын ентекле өйрәндем, уны күреп белгән өлкән быуын вәкилдәре менән аралаштым. Уның булмышын ана шулай үҙ йөрәгең аша үткәреп ҡарамайынса, был ролде башҡарып та булмаҫ ине. Мөжәүир хәҙрәт роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисты исеме алыуым инде минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Шуға күрә был роль менән тамашасы күңеленә үтеп инә алғанмындыр тип ышанғы килә.
—Һеҙҙеңсә нимә ул театр? Хәҙерге көндә йәмғиәттә ниндәй роль уйнай ул?
—Театр—ул халыҡ өсөн яҡтылыҡ сығанағы булып торған илһам нуры. Ул—изгелеккә, камиллыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәүсе. Кәрәк саҡта илатыусы, ҡайһы ваҡыт бар донъяңды оноттороп көлдөрөүсе. Уйландыра ла ул беҙҙе, бар мәшәҡәттәрҙән арындырып ял да иттерә. Аҡыл да өйрәтә. Әлбиттә, әлеге көндә кешене театрға ылыҡтырыуы ҡыйын. Заманаһы шундай. Шау-шоуға ҡоролған тамашалар, төрлө концерттар күп бит хәҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тамашасының зауығына шундай нәмәләр яҡыныраҡ. Ғөмүмән, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын тойоп, репертуарҙы уларҙың зауығына тап килерҙәй нәмәләр менән тулыландырыуы ҡыйыныраҡ. Беҙ тамашасыны ҡыҙыҡтырыр әйбер табырға тейешбеҙ. Шул сағында бер ниндәй ҙә реклама ла кәрәкмәйәсәк.
—Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
—Ҡатыным Айгөл дә драма артисты. Уралиә һәм Гөлдәриә исемле игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн, финанс яғын уйлап, ял көндәрендә тамада булып аҡса эшләйем. Сәхнәлә уйнау төп эшем булһа ла, тамада булып йөрөү ҙә оҡшай. Был миңә яңы идеяларымды, уй-хыялдарымды тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Һүҙ аҙағында
«Әүлиә» спектакленең премьераһы
үткәс, күптәрҙең: «Мин Мөжәүир хәҙрәтте тап ошондай итеп күҙ алдына килтерә инем,»—тип әйткәндәрен ишетергә тура килде. Тимәк, һин уны кәрәкле кимәлдә тамашасыға еткерә алғанһың, Урал! Киләсәктә лә бынан да сағыуыраҡ ролдәр насип булһын.
Нәркәс Алсынбаева әңгәмәләште.