Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
19 Апрель 2019, 11:51

Илһам уты йәшәтә

Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡай саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән бер һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер урында эшләй, бүтәндәрҙән нимәһе менән өҫтөн һуң?! Әммә талант эйәләре бар икән арабыҙҙа. Үҙенең ижад емеше менән барыбыҙҙы «аһ» иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ төндәре аша әллә күпме образ тыуҙыра алған, үҙ тамашасыларына бихисап илаһи кисерештәр бүләк иткән режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе Дамир Мәзит улы Fәлимовты тап шундайҙар рәтенә индерергә була.

Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡай саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән бер һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер урында эшләй, бүтәндәрҙән нимәһе менән өҫтөн һуң?! Әммә талант эйәләре бар икән арабыҙҙа. Үҙенең ижад емеше менән барыбыҙҙы «аһ» иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ төндәре аша әллә күпме образ тыуҙыра алған, үҙ тамашасыларына бихисап илаһи кисерештәр бүләк иткән режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе Дамир Мәзит улы Fәлимовты тап шундайҙар рәтенә индерергә була.
Ниндәйҙер моңһоулыҡ төҫмөрләнгән уйсан йөҙөнә ҡарап, уның тормошонда әллә күпме ауырлыҡты кисереүен тойғандай булаһың да, сабыр ҡараштарынан һирпелгән нур, киреһенсә, йәшәүгә һәм эшләүгә дәрт, сәм уятҡандай, ә күкрәк төпкөлөнән ағылған һәлмәк тауыш уның булмышының бөтөнлөгөн сағылдыра. Эйе, уның тормош юлы еңелдән түгел: бик күп ҡаршылыҡты йырып сығырға, хатта әҙәм балаһы өсөн иң оло һынауҙарҙың береһе—ҡыҙын һәм улын юғалтыу ғазабын кисерергә тура килә. Әммә Хоҙай инселәгән талант уты йәшәтә уны, ул ҡуҙ күңелендә баҙлай икән, тимәк, тормош дауам итә... Күрәһең, үҙ эшенең оҫтаһы, талант эйәһе тап шулай булалыр ҙа.
Заманында ике мәктәбе, алтын йыуыу фабрикаһы, баҙары, мәҙәниәт йорто булған Түбә ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә донъяға килә ул. Атаһы Мәзит Fәли улы рудникта оҙаҡ йылдар партком секретары булып эшләй. Бала саҡтан Дамир Fәлимов, шағир Батыр Вәлидтың «Күк Ирәндек буйында» шиғырында яҙылғанса, «бегун йүгергән заводта, пар йырланған тауышҡа» күнегеп үҫә. 1949 йылда уларҙың ғаиләһенә оло ҡайғы килә: ҡаты ауырыуҙан әсәләре йәш көйөнсә вафат булып ҡала. Дамирға ул ваҡытта ни бары дүрт кенә йәш тула. Атаһы ҡатынын һуңғы юлға оҙатҡанда мулла саҡыртып, ислам ҡанундарына ярашлы тәрбиәләгәне өсөн эшенән бушатыла. Хатта партиянан да сығаралар. Өс улы менән яңғыҙ тороп ҡала атаһы. Түбәлә үҙенә эш бирмәйәсәктәрен аңлағас, ул ваҡытта төҙөлә генә башлаған Сибайға юл ала.
Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай: дәрте ташып торған Мәзит Fәлимов Өфө-Сибай тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша, яңынан өйләнә, балаларын уҡыуға бирә. Сибайҙа буласаҡ сәнғәт әһеле өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асыла. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ Дамир Мәзит улы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, артабан Р.Зөбәйеров ойошторған халыҡ театрында тәүге ролдәрен башҡара. Шуғалыр ҙа мәктәпте тамамлағас та, дәрте ташып торған, мәҙәниәтте яратҡан йәш егетте Ленинград ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Дамир күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре биргән һабаҡтарын йотлоғоп тыңлай, уларҙың һәр һүҙен күңеленә һеңдерә. Сәхнә тормошоноң ни тиклем мауыҡтырғыс та, ғазаплы ла, ауыр ҙа, серле лә икәнлегенә төшөнөп кенә ҡалмай, артабан үҙе лә ошо «сир»гә һабыша.
1966 йылда Дамир Fәлимов ҡулына диплом алып, Сибайға ҡайта. 21 йәшлек егетте яңы асылған Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайына директор итеп тәғәйен-ләйҙәр. Әлбиттә, ҡалала юғары сәнғәт белеме буйынса берҙән-бер дипломлы белгескә аяҡ салыусылар ҙа табыла. Ул ваҡытты хәтерләп, Дамир Мәзит улы үҙенә ышаныс белдергән Fөзәйер Йәнтилинға оло рәхмәтле бөгөн.
Шулай ҙа йәш белгестең күңеле Сибай театрына тартыла, сәхнә тормошо үҙенә ылыҡтыра. Тормошта осраҡлы хәл булмай, тигәйнек. Ысынлап та, яҙмыш ҡушыуымы, әллә шаяртыуымы—1967 йылда режиссер Вәли Фәтҡуллиндың һорауы буйынса, уға ауырып киткән артист Ҡәйүм Хөсәйеновтың урынына спектаклдә уйнарға тура килә. Шул тиклем бирелеп эшләй йәш актер: тәүге тапҡыр Сибай театрында сығыш яһауына ҡарамаҫтан, образын, йөрәк ҡылдарына ҡағылып тетрәндерерлек итеп, тамашасы күңеленә еткерә ала. Һәм шул уйнауҙан алып бөгөнгәсә Сибай театры сәхнәһендә йөҙөп эшләй, ижад итә. 60 йылға яҡын мәҙәниәт өлкәһендә эшләһә, шуның 32 йылын театрҙа режиссер була.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дамир Fәлимов тыуҙырған образдарҙы башҡалар менән бутау мөмкин түгел, сөнки бар геройҙары ла тик уныңса, йәғни «Fәлимовса». Бөгөн дә Сибай тамашасыһы уның уйнаған ролдәрен һағынып иҫкә ала: бигерәк тә Б.Бикбай һәм З.Исмәғилевтың «Ҡоҙаса»һында Дамир Мәзит улы тыуҙырған Яппарҙы башҡа Яппарҙар менән сағыштырып булмайҙыр. Үҙ өҫтөндә даими эшләү, эҙләнеүҙәр, сәхнә ҡанундарын яҡшы белеүе, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыуы уны Мәскәүгә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге етәксе кадрҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу институтына алып килә. Бында буласаҡ режиссер Рәсәй һәм сит ил театр белгестәренән дәрестәр ала, Мәскәүҙә барған һәр спектаклде ҡалдырмай йөрөргә ты-рыша, уларҙың эше, тәжрибәһе менән таныша.
Ул йылдарҙа Сибай театрын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзинә Ҡа-һарманова етәкселек итә, тап уның тәҡдиме менән Дамир Fәлимовҡа ауыр эш йөкмәтелә. Бер юлы өс «йөк»тө тартырға тура килә уға: театрҙың директоры, художество етәксеһе, режиссер, хатта ҡайһы саҡта роль алырға ла мәжбүр була. Сөнки үҙ миҫалыңда башҡаларға өлгө күрһәтмәһәң, һин ниндәй етәксе?!
Бәйгелә сапҡан ярһыу ат кеүек эшләй ул: үҙ ҡаҙанында ғына ҡай-намай, республиканың барлыҡ театрҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдыра, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша, тамашасының һыуһынын ҡандырыр яңы спектаклдәр ҡуя. Ә Сибай тамашасыһын юҡ-бар әҫәрҙәр ҡуйып, алдап булмай, сөнки улар Баймаҡ колхоз-совхоз театрын (элек театр шулай тип атала, артабан ул Сибайға күсә) ҡарап үҫә, уның халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып эшләүен, һутлы һәм моңло телебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән һәр саҡ халыҡсан, тормошсан спектаклдәрен күреп өйрәнә, шуға күрә уларҙың зауығын ҡәнәғәтләндермәгән алдатҡыс, бер көнлөк әйберҙе ҡабул итмәүҙәре көн кеүек асыҡ.
Театрҙың төп тәғәйенләнеше—халыҡҡа хеҙмәт итеү, быуаттар һәм быуындар бәйләнешен өҙмәй, ата-бабаларыбыҙҙың рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамашасыға алып барыу еткереү икәнлеген яҡшы аңлай Дамир Мәзит улы. Шуға күрә үҙенең остаздары булған, бик күп нәмәгә өйрәткән Фәтхелислам Fәләүетдинов һәм Лек Вәлиевтың эшен лайыҡлы дауам итергә тырыша, уларҙың алымдарына таянып, яңынан-яңы спектаклдәр сығара. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөгөнгө көндә күптәрҙең тап драматург булып китеүендә Дамир Fәлимовтың өлөшө ғәйәт ҙур. Сөнки ул әле исеме лә билдәле булмаған бик күп яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереүгә батырсылыҡт итә, йәш драматургтарҙа ижадҡа өмөт уята. Мәҫә-лән, Сибай сәхнәһендә Таңсулпан Fарипова, Тамара Fәниева, Рәлиф Кинйәбаев, Әминә Яхина, Буранбай Исҡужин, Салауат Әбүзәровтың әҫәрҙәре тәүге «сирҡаныс» ала. Нисек кенә булмаһын, һәр әҫәрҙең артабанғы яҙмышын тамашасылар хәл итә. Улар уны ҡабул итә йә юҡ. Шуға күрә ҡайһы бер авторҙарҙың әҫәре спектакль репертуарынан тиҙ арала юҡҡа сыҡһа, икенсәләре әллә күпме йылдар буйы халыҡты ҡыуандырып йәшәй. Ундайҙар рәтенә Таңсулпан Fарипованың «Китмәгеҙ, торналар»ын, Рәлиф Кинйәбаевтың «Их, Байтимер дуҫ»ын , Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый»ын индерергә була. Әйткәндәй, уның тәүгеһен халыҡтың һорауы буйынса йәнә сәхнәгә сығарырға уйлайҙар. Әле әҫәр өҫтөндә эш алып барыла, премьера апрель аҙағында булыр тип көтөлә. Бөгөн тамашасы яҙыусы Лира Яҡшыбаева әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Әүлиә»н яратып ҡарай.
Оҙаҡ йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрына етәкселек иткән Дамир Fәлимовтың Көньяҡ Уралдың йөҙөк ҡашына әүерелгән, тамашасының иң ҙур баһаһына—ихлас һөйөүенә лайыҡ булған театрҙың республикала ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙә лә киң танылыу яулауында уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул килгәндә хатта үҙ ҡыйығы ла булмаған ижад усағының бөгөн матди-техник базаһы бай, бынамын тигән үҙ бинаһы төҙөлдө, гример, бөҙрәхана, реквизит, костюмдар тегеү цехы заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырыл-ған. Артистарға гастролгә йөрөү өсөн уңайлы автобустары бар, йылы гараж төҙөлгән. Яңы эш башлаусылар өсөн көнкүреш шарттары алдан хәстәрләнә: йәш артистарға театр янындағы бинанан айырым бүлмәләр бүленә. Әле алты йәш артист менән тулыланған коллектив.
Һәр быуын театр донъяһына үҙ һүҙе, үҙ йөҙө менән килә. Әммә шуларҙың һәммәһенә етәкселек итеү, һәләтенә ҡарап, талантын үҫтереү, тамашасы хөкөмөнә сығарыу, ролдәр бүлеп биреү режиссерҙың, художество етәксеһенең иңенә төшә. Ә артист халҡының айырыуса хисле булыуын, күпселек хис-тойғоға бирелеүен иҫәпкә алғанда, етәксе кешегә ай-һай еңелдән булмағандыр. Әммә репетициялар ваҡытында сәхнәлә себен осҡан тауыш ишетелә: артист үҙенең образын тыуҙырыу өсөн режиссер-ҙың һәр һүҙен иҫәпкә ала, уның кәңәштәрен тота. Сөнки ниндәй генә образды уйнауҙарына ҡарамаҫтан, уның яҙмышы тәғәйен режиссерға бәйле булыуын һәр актер яҡшы белә. Был—сәхнә ҡануны, яҙылмаған хәҡиҡәт. Геройымдың баштараҡ һүҙгә бер аҙ һаран булыуын билдәләгәйнем, ләкин сәхнәлә Дамир Мәзит улы үҙен бөтөнләй икенсе төрлө тота. Тап сәхнәлә асыла уның булмышы, тап сәхнәлә ул йәшәй, ижад итә. Ситтән генә ундайҙарға ҡарап, «Ысынлап та, йәшәү маҡсаттары, булмыштары—сәхнәлә бит» тип уйлап ҡуяһың.
Режиссерҙың оҫта ойошто-роусы икәнлеген дә онотмайыҡ. Был юҫыҡта Дамир Fәлимовҡа һүҙ тейҙерәһе түгел: театрҙа нисә быуын артистары эшләүенә ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡлана. Олораҡтары кесене кесе итә белә, йәштәр ололарға ҡарата хөрмәт күрһәтә. Бөгөн бигерәк тә йәштәрҙе үҫтереү, урта быуын актерҙарына үҙҙәренең һәләтен бар тулылығында асыу мөмкинлектәрен тыуҙырыу, йылдар дауамында яуланған театрҙың бәҫен төшөрмәү, тамашасыларҙың «үҙебеҙҙең театр бит ул!» тип әйтеүҙәренә хилафлыҡ килтермәү, сәхнәләрҙә тағы ла яңы премьералар ҡуйыу кеүек хәстәре менән яна ошо арала үҙенең олпат юбилейын билдәләргә йыйынған мәшһүр сәнғәт әһеле Дамир Fәлимов.
Хоҙайҙан бирелгән талант ҡына аҙ етәксегә кешегә. Ул коллективы менән уртаҡ тел табып эшләргә, уларҙың хәтерен һаҡларға, шул уҡ ваҡытта артистың нимәгә һәләтле булыуын күрә белергә тейеш, һәр кемде кәрәк ваҡытта яҡлай ҙа, күтәрә белеү ҙә бик мөһим. Шулай ҙа иң мөһиме—сәнғәтте яратыу һәм үҙеңде генә түгел, бүтәндәрҙе лә тоҡандыра алырлыҡ ихтыяр көсөнә эйә булыу фарыз. Бигерәк тә ижади кешеләргә.
Артистар араһында «театр донъяһына килеп эләктеңме, ғүмерлеккә ошонда ҡалаһың» тигән ғәжәп матур бер фекер йөрөй. Әммә, йөрәгең менән сәнғәтте ярата алмайһың икән, һинең бында ҡалыуың икеле. Яратыу ғына түгел, көндән-көн ғашиҡ булып, театрһыҙ тормошон күҙ алдына килтерә алмаусылар ғына ғүмерлеккә уға тоғро ҡала. Тап минең геройым Дамир Мәзит улы кеүектәр. Сөнки театр—уның тәҡдиренә яҙғаны, йәшәү уты биргәне...
Кәримә Усманова.
Фото Дамир Fәлимовтың шәхси архивынан алынды.