Бөтә яңылыҡтар
2019—Театр йылы
27 Март 2019, 12:41

Лайыҡлы ҡаршылайҙар

27 мартта билдәләнгән Бөтә донъя театр көнөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә мәҙәниәт усағының ике сәхнә оҫтаһы – Арсен Шәйхисламов менән Урал Зәйнуллин – ”Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Урал Зәйнуллин Радий Хәбиров ҡулынан хеҙмәтенә лайыҡлы баһаһын алыр өсөн сәхнәгә күтәрелгәндә ”Беҙҙең әүлиәбеҙ”тип әйтеүҙәре уның Мөжәүир хәҙрәт ролен оҫта башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

27 мартта билдәләнгән Бөтә донъя театр көнөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур уңыштар менән ҡаршылай.
Ошо көндәрҙә мәҙәниәт усағының ике сәхнә оҫтаһы – Арсен Шәйхисламов менән Урал Зәйнуллин – ”Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Урал Зәйнуллин Радий Хәбиров ҡулынан хеҙмәтенә лайыҡлы баһаһын алыр өсөн сәхнәгә күтәрелгәндә ”Беҙҙең әүлиәбеҙ”тип әйтеүҙәре уның Мөжәүир хәҙрәт ролен оҫта башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сибай театрына ҡала хакимиәтенең архив бүлеге хеҙмәткәрҙәре бик елле бүләк – мәҙәниәт усағының үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған “Халыҡсан һәм легендар” тип аталған интернет-күргәҙмә әҙерләгән. Бүлек етәксеһе Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина әйтеүенсә, унда Сибай театрының барлыҡҡа килгән йылдарынан алып бөгөнгәсә тиклемге эшмәкәрлеге хаҡындағы архив документтарының күсермәләре тупланған.
–Күргәҙмәлә 360 архив документы фрагменты, 1930 йылдан алып һаҡланған фотоһүрәттәр, афишалар, буклеттар, дипломдар урын алды, –ти Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы. –Был күргәҙмә менән социаль селтәрҙә һәр кем таныша ала. Артистарҙың төрлө йылдарҙағы ижади эшмәкәрлеге, тормошо һәр кемде битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Әйткәндәй, был архив хеҙмәткәрҙәренең виртуаль донъяла тәүге хеҙмәте түгел. Улар 2010 йылда Сибай ҡалаһының юбилейына арналған, аҙаҡ төрлө темалар буйынса йәнә өс интернет-күргәҙмә әҙерләгәйне.
Яҙмаларҙы һаҡлау, мәңгеләштереү талабы бөгөнгө заманда ла үҙ көсөн юғалтмай. Киреһенсә, яңы технологиялар, алымдар ярҙамында был эш киңәйә, байый ғына бара.