Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 13:00

КӨҘГӨЛӘ КҮҢЕЛ САҒЫЛМАЙ…

Уй, шул тыуған көндө кем уйлап сығарҙы икән? Иҫләтмәһәләр, мин уны уйламайым да. Ғөмүмән, яратмайым тыуған көндө. Нимәгә ул? Бер йылға ҡартайыуыңды киҫәтеүсе көн дә инде ул. Беҙ бала саҡта ла уны оло байрам итеп үткәрмәнек. Әсәйем торт алып ҡайтһа, йә ойоҡ бүләк итһә, өйҙә ниндәйҙер дата икәнен аңлай инек. Шуның менән вәссәләм.

Һәр кемдең үҙ донъяһы, үҙ ҡарашы, үҙ фекере…Һәр кем үҙенсә хаҡлы…Ана шул төрлөлөк йәшәйешебеҙҙе ҡыҙыҡлы һәм сағыу итә, бәхәстәр уята, фекерләргә өйрәтә. Сағыштырыуҙар аша ғына хәҡиҡәткә юлығабыҙ, булғандың ҡәҙерен аңлайбыҙ…Хисләнәбеҙ, көләбеҙ, илайбыҙ, үкенәбеҙ, ҡыуанабыҙ, үсләшәбеҙ, ҡул һелтәйбеҙ…Ә бына Марс Итбайҙың күңел донъяһы нисегерәк? Уның “планетаһында” нәмәләргә өҫтөнлөк бирелә, ә нәмәгә урын юҡ? Әйҙәгеҙ, Ейәнсура районында тыуып, Өфөлә буй еткергән, әле Сибайҙа йәшәгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән әңгәмә ҡороп алайыҡ.
—Марс Салауат улы, исемегеҙ нимә аңлатҡанын беләһегеҙме?
—Һуғышсан, ҡыйыу тигәнде. Һуғыш Аллаһы булған буғай…
—Ә ниңә ул исемде һеҙгә ҡушҡандар икән?
—Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында космос темаһы бик актуаль булған бит инде. Шуға ла ата-әсәйем миңә шундай исем биргәндер.
—Интернетта яҙылыуынса, Марс исемен йөрөтөүселәр бала саҡтан ижади һәләткә эйә, айырыуса һүрәт төшөрөргә, үҙе яҙғанды тасуири уҡырға ярата икән. Ысынмы был?
—Ю-ю-юҡ! Һүрәт төшөрөргә бөтөнләй яратмайым, яҙыуға ла маһирлыҡ юҡ.
—Ҡылыҡһырлауҙа шулай уҡ шундай һүҙҙәр бар: Марс исемле малайҙар бер урында тик тора алмай, бер эште бөтмәйенсә, икенсеһенә тотона. Һәр нәмәне үҙ аллы ғына хәл итергә ярата. Кәмһетһәләр, шунда уҡ үс алыуҙы уйлай башлай. Тойғоларын тәрәнгә йәшерә, һиҙҙермәй, үҙ файҙаһына булһа ғына, хистәрен белгертә ала. Былары менән килешәһегеҙме?
—Бала саҡта бер урында тик тора белмәнем инде ул. Һәр бер малай, исеме Марсмы ул, икенсеме—шундай тиктормаҫ булалыр инде. Йәш саҡта, көс-дәрт ташып торған мәлдә бер эштән икенсеһенә тотонған, бәлки кеше фекеренә ҡолаҡ та һалмаған саҡтар булғандыр. Әммә хәҙер ундай сифатты үҙемдә күрмәйем. Һәр саҡ ҡатыным, ғаиләм менән кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килергә тырышам. Ә кәмһетеүҙәргә килгәндә, кеше ауыр нахаҡ һүҙ әйтһә, рәнйергә була, әммә үсләшмәйем, яйлап барыһы ла онотола. Тойғоларға килгәндә инде, бөтә нәмәне лә тыныс ҡабул итергә тырышам. Ҡайһы саҡта ысынлап тышҡа сығармаҫҡа ла тура килә, сабырлыҡҡа кәләштән өйрәндем. Ни тиһәң дә, беҙ уның менән бер арбала…
—Дан яратаһығыҙмы?
—Данды кем яратмай икән? Әммә ул миңә кәрәкмәй. Нимәлер эшләйһең икән, күңел биреп башҡарырға кәрәк, ә шөһрәт өсөн түгел. Башҡаларҙан үҙеңде юғары ҡуйып, танау сөйөп йөрөгәндәрҙе өнәмәйем дә. Башҡорт халҡында ундайҙар бик һирәк ул, беҙ бит баҫалҡы халыҡ.
—Үҙ-үҙегеҙгә ышанаһығыҙмы?
—Үҙеңә лә ышанмаһаң йәшәү ауыр булыр ине. Маҡсатыңа табан атлағанда, тәүәккәл булыу ҡамасауламаҫ. Эйе, үҙ-үҙеңә ышанып етмәһәң дә. Шағир Рәми Ғарипов әйтмешләй, хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын. Берәй хата ебәрҙең икән ти, мөмкин булһа уны төҙәтергә ынтылырға кәрәктер. Сөнки яңлышыуһыҙ ғына йәшәгән кеше лә юҡ. Үҙ хатаңды күрә белеү бында мөһимерәк.
—Ә сәхнәлә?
—Сәхнәгә лә ышанысһыҙ сығып булмай. Һиңә режиссер роль тапшырған икән, тырышып-тырышып был йөкләмәне атҡарып сығырға бурыслыһың.
—Тәнҡитте ҡабул итә беләһегеҙме?
—Тәнҡит үҫеш өсөн кәрәк. Ҡулға диплом алып, Сибай театрына килгәс, актер булараҡ шикләнеүселәр ҙә булды, ахыры. Әммә был мине сәмләндерҙе генә. Артабан иһә тәжрибәле коллегаларым күңелде төшөрмәй генә, матур итеп кәңәштәр бирҙе. Талант янында тырышлыҡ йөрөмәһә, һөнәреңдә уңыш яулап булмайҙыр. Шуға тәнҡитте лә дөрөҫ ҡабул итергә, уйланырға кәрәк.
—Бәләкәйҙән актер булырға хыялландығыҙмы?
—Юҡ, мин футболист булғым килгәйне. Өйҙә ултыра белмәнем мин. Ишек алдында тиҫтерҙәр менән футбол, волейбол уйнаныҡ. Төрлө спорт ярыштарында йыш ҡатнаштым. Тик бына ҡайһы уҡыу йортонда футболист әҙерләүҙәрен белмәй ҡалдым. Әммә үкенмәйем. Спорт уйындары мине коллективта эшләргә өйрәтте.
—Сәнғәткә бөтөнләй ынтылыш булманымы ни?
—Мәктәптә уҡығанда башҡалар ыңғайына ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. Хәҙер шул малайҙар араһынан Роберт Юлдашев ҡына билдәле ҡурайсы булып китте. Шулай уҡ концерттарҙа ҡатнаша инем, хорҙа йырланым, шиғырҙар һөйләнем.
—Шулай ҙа, театрҙы һайлағанһығыҙ. Атайығыҙҙың теләге буйынса эшләндеме был?
—Юҡ, атай белмәй ҙә ҡалды. Ул гастролдә ине. Әлеге лә баяғы футболсыға ҡайҙа уҡытҡандарын белмәгәс ни, тоттом да документтарҙы сәнғәт институтына театр бүлегенә алып барҙым. Әҫәрләнеп шиғыр һөйләп ташланым. Шулай итеп, атайым гастролдән ҡайтыуға студент булған инем.
—Үкенмәйһегеҙме?
—Юҡ. Барыбер ҙә сәнғәт күңелгә яҡын булғандыр инде. Яратып эшләйем. Һөнәреңә күңел ятмаһа, моғайын да, эшләп булмаҫ ине. Һәр кемдең яҙмышы тыумыштан маңлайына яҙыла тигәнгә ышанам. Тимәк, мин актер булырға тейеш булғанмын.
—Ҡайһы ролегеҙгә кире ҡайтыр инегеҙ?
—Кире ҡайтыу мөмкин түгел. Шулай ҙа тәүге образдарымдың береһе—“Ҡоҙаса” комедияһындағы Ильяс роле күңелгә яҡын булып ҡалған.
—Актерҙарҙың хәтере шул тиклем яҡшымы ул? Унынсама тексты нисек хәтерҙә ҡалдыраһығыҙ?
—Шәхсән үҙем мәғәнәүи яҡтан иҫтә ҡалдырам. Ә яҙыусының һәр бер яҙғанын һүҙмә-һүҙ ятлау мөмкин түгел. Әлбиттә, шәп хәтерлеләр арабыҙҙа бар. Бынан 2-3 йыл элек сәхнәгә сығарған образдарының һүҙҙәренен бөгөн һораһаң бөгөн һөйләрҙәй актерҙар осрай.
—Спектаклдә актер үҙ һүҙҙәрен өҫтәп ебәрергә хоҡуҡлымы?
—Әҫәргә хилафлыҡ килтермәһә мөмкин инде. Тик режиссер ҡуйған рамканан сы-ғырға ярамай.
—Элек һәр ауылда актерҙарҙы халыҡ ашҡынып көтә ине, хатта талашып-талашып өйҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта ине. Әле килеп бындай күренеш күҙәтелмәй. Нимәгә бәйле икән?
—Элек хеҙмәт кешеһенең абруйы булды. Ул уҡытыусымы, табипмы, игенсеме, актермы—барыһы ла ҡәҙерле ине. Кеше рухи ҡиммәттән матдиһын өҫкәрәк ҡуя. Мөнәсәбәттәр ҙә, тормош та ҡырҡа үҙгәрҙе, тик яҡшыға түгел. Шулай ҙа, һуңғы йылдар ҙа нәҡ мәҙәни өлкәлә яҡшы яҡҡа ынтылыш һиҙелә. Халыҡ концерт-спектаклдәргә йәнә йөрөй башланы. Күрәһең, нисек кенә булмаһын, кешенең күңеле рухи аҙыҡҡа мохтаж. Арзан шоуҙар, яһалма ялтырауыҡтар менән генә кешене “туйындырып” булмай, кеше үҙе лә ундай нәмәнән арыны, буғай. Зауыҡлыны, йөкмәткелене, тормошсанды көҫәй. Хөкүмәт тә мәҙәниәткә йөҙ менән боролдо. Шуныһы ҡыуандыра.
—Хәҙерге драматургияны нисек баһалайһығыҙ?
—Драматургия аҡһай, әлбиттә. Сәхнәгә сығарырлыҡ әҫәрҙәр юҡ. Элек һәр спектакль халыҡҡа “сәйнәп-сәйнәп” алып барып еткерелә ине. Хәҙер халыҡ аңлы, мәғлүмәтле. Заманына ярашлы сәхнә әҫәрҙәре кәрәк. Шул уҡ ваҡытта унда тәрән мәғәнә ятырға тейеш. Бер-береһенә оҡшаш әҫәрҙәр ялҡыта, бер образды уйнап тик йөрөгән һымаҡ булып китә, хатта. Шуға был йәһәттән драматургияның үҫешеүе—көн талабы.
—Киләһе йыл, йәғни 2020 йылдың ғинуарында ғүмерегеҙҙең алтын үренә баҫаһығыҙ? Ниндәй тәьҫораттар?
—Уй, шул тыуған көндө кем уйлап сығарҙы икән? Иҫләтмәһәләр, мин уны уйламайым да. Ғөмүмән, яратмайым тыуған көндө. Нимәгә ул? Бер йылға ҡартайыуыңды киҫәтеүсе көн дә инде ул. Беҙ бала саҡта ла уны оло байрам итеп үткәрмәнек. Әсәйем торт алып ҡайтһа, йә ойоҡ бүләк итһә, өйҙә ниндәйҙер дата икәнен аңлай инек. Шуның менән вәссәләм.
—Шулай ҙа, быныһында 50 йәш, юбилей?!
—Көҙгөгә ҡарамаһам, 50 йәшкә еткәнемде белмәйем дә. Күңел ҡартаймай, тик ул көҙгөлә сағылмай.
—Халыҡҡа әйтер һүҙҙәрегеҙ?
—Рухи байлыҡтан, милли ҡиммәттәрҙән айырылмаһындар! Әлбиттә, аҡсаһыҙ ҙа йәшәп булмай, хәләл көс менән байып китһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ, тик рухи байлыҡтан уны юғары ҡуймағыҙ! Күңеле бөтөн кеше генә донъя матурлығын күрә, йәшәү ҡәҙерен белә, аламалыҡтан ситтә йөрөй, балаларын яҡшы йүнәлештә тәрбиәләй ала.
Резеда Вәлиева әңгәмәләште.
Читайте нас: