АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 12:50

Ейәнебеҙ бүләге

Ейәнебеҙ Нургиздең айыу ролен шул тиклем оҫта башҡарыуы! Бер мәлгә ысын айыуҙы күргәндәй булдыҡ. Уның оҫталығын күреп шатланыуымды күрһәгеҙ. Хатта күҙҙәремә йәш килде. Ололарса ҡыуаныумы, ғорурланыумы, әллә әҙерәк маҡтаныумы хисе үтте. “Баланың балаһы балдан татлы,”--ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, балдан да татлы хис кисерҙек беҙ был мәлдә.

“Ҡәртәсәй, ҡартатай менән ҡасан беҙгә ҡунаҡҡа киләһегеҙ?”- тип ейәнебеҙ Нургиз көн һайын шылтыратҡас, бөтә эшебеҙҙе ситкә ҡуйҙыҡ та Сибай ҡалаһына юлландыҡ. Бында балалар баҡсалары араһында Театр йылын ябыуға ҡарата матур сара ойошторғандар ине.
“Улым саҡыра ла саҡыра, ҡунаҡ саҡырырға йыйынаһығыҙмы әллә?” –тип килендән һораным. “Нургиз балалар баҡсаһында әкиәттә айыу ролен бик оҫта башҡарҙы, ҡала-ара конкурсында сығыш яһаясаҡ, ошо байрамға һеҙҙе лә саҡырғыһы килә,”--тине киленебеҙ. Ейәндең һүҙен йыҡмайыҡ, балаларҙың сығышы балаларса була инде тип, рыя ғына юлға сыҡтыҡ.
Беҙ килеп етеү менән байрам башланды. Зал шундай матур биҙәлгән! Төрлө әкиәт геройҙары! Кемдәр генә юҡ бында! Беҙ ҙә әкиәт илендә кеүек хис иттек үҙебеҙҙе. Балаларҙың шундай ихлас, эскерһеҙ сығышы хайран итте. Ә ейәнебеҙ Нургиздең айыу ролен шул тиклем оҫта башҡарыуы! Бер мәлгә ысын айыуҙы күргәндәй булдыҡ. Уның оҫталығын күреп шатланыуымды! Хатта күҙҙәремә йәш килде. Ололарса ҡыуаныумы, ғорурланыумы, әллә әҙерәк маҡтаныумы хисе үтте. “Баланың балаһы балдан татлы,”--ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, балданда татлы хис кисерҙек беҙ был мәлдә.
Азаматов Нургиз Илдус улының был тәүге генә еңеүе түгел. Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы уңайы менән үткәрелгән шиғриәт конкурсында, әҙиптең “Билдәһеҙ һалдат” шиғырын яттан һөйләп таң ҡалдырғайны. БСТ каналында “Бәхетнәмә” тапшырыуында ла һөйкөмлөлөгө, ихласлығы менән беҙҙе ҡыуандырҙы. Аллаһы Тәғәлә ошо бәхетенән яҙҙырмаһын ҡәҙерлебеҙҙе.
Дан, оло уңыштарҙы кеше үҙе генә яулай алмай. Бәләкәс кенә балала шәхесте күрә белеүсе, үҫтереүсе, уны бөтә йөрәге менән ихлас яратыусы остазы була. Беҙҙең ейәнебеҙ Нургиздең дә яратҡан тәрбиәселәре, уның йөрәгенә асҡыс таба белгән остаздар бар! Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә тағы ла юғары уңыштар теләйбеҙ!
Рәзифә Азаматова, хеҙмәт ветераны.