Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 00:14

Сәйғәфәрҙәр ҙә үҙ тауышын бирә

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылының 1009-сы һайлау участкаһы иртәнге 7:00 сәғәттә үҙ ишектәрен асты. Рәмил Шәфей улы Сәйғәфәров иң тәүге һайлаусы булды. Уның артынан башҡалар ҙа теләгән кандидаттарына тауыш бирергә ашыҡты.

Һайлау участкаһы булып торған Сәйғәфәр урта мәктәбе территорияһында күңелле музыка яңғырай. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда Сәскә байрамы ойошторолдо.
Ауыл халҡы тауыш биргәндән һуң "Сәк-сәк"фильмын ҡарап кинәнде.
Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы етәкләгән "Дуҫлыҡ" ансамбленең сығышы Һайлау
көнөнә тағы ла бер йәм өҫтәне.
Сәйғәфәр урта мәктәбе һайлау участкаһының комиссия ағзалары эштәрен ихлас башҡара. Ауыл халҡы ла тауыш биреүҙә дәррәү ҡатнаша.
Һәр бер һайлаусыны урындағы медицина хеҙмәткәре Резида Йәрмөхәмәтова ихлас йылмайып ҡаршылай.
Читайте нас: