Йылайырҙар бөгөнгө иртәне лә традицион физик күнекмәнән башланы. 1997 -се һайлау участкаһына килеүселәр "Йондоҙ менән күнекмә"гә ихлас ҡушылды. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәкинә Юлгилдинаға ҡушылып тәндәрен яҙып алды. Шулай юғары кәйеф менән үҙ тауыштарын да биреп сыҡтылар.