Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә бик күңелле бөгөн. Бында тышта концерт бара. Һайлаусыларҙың ғына түгел, үҙәк янынан үтеүселәрҙең дә кәйефе күтәрелә. Туҡтап фотоға, видеоға төшөрөүселәр ҙә бар, көй ыңғайына тыпырлап бейеүселәр ҙә осрай. Шулай уҡ тышта китаптар күргәҙмәһе эшләй. Бер кәштәләген хатта бушлай бүләккә алырға мөмкин.