“Атайсал” гәзите аша милләттәштәремде лә үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына намыҫ менән ҡарарға һәм тауыш бирергә саҡырам. Гәзиткә килгәндә, уны тоғро дуҫымдай күрәм. Гәзит аша күп мәсьәләләрҙе хәл итергә була. Был юлы ла мөрәжәғәтемә бик тиҙ яуап бирҙеләр, хатта етеп килгән Ололар көнөнә гәзит яҙҙыртып та ҡыуандырҙылар. Рәхмәт, изгелегегеҙ үҙегеҙгә урап ҡайтһын!