Бөтә яңылыҡтар
24 Май 2019, 11:01

ҠАЛДЫРМАҺЫН ҺЕҘҘЕ ТОРНАЛАР

—Оҡшанымы?—«Китмәгеҙ, торналар» булһын да, оҡшамаһын, имеш...Әлбиттә, оҡшаны. Бына инде өсөнсөгә ҡарайым...Бына ошондайыраҡ һөйләшеү менән таралышты А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры премьераһынан тамашасылар.Ни өсөн быға тиклем сәхнәгә ҡуйылған спектакль премьера булһын, тигән һорау тыуыр. Эйе, һеҙ хаҡлы, әммә уны заманлаштырып сығарған коллектив та хаҡлы. Спекталгә замана һулышы индерелгән, актерҙар ҙа инде алышынған. Тик бер нәмә генә әле лә үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Ул сәхнә әҫәрендә күтәрелгән тема. Йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан, театрға яңы көстәр, йәштәр килгән...Ә тормоштағы эскелек проблемаһы, үкенескә күрә, һаман да актуаль. Бик аяныслы.

—Оҡшанымы?
—«Китмәгеҙ, торналар» булһын да, оҡшамаһын, имеш...Әлбиттә, оҡшаны. Бына инде өсөнсөгә ҡарайым...
Бына ошондайыраҡ һөйләшеү менән таралышты А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры премьераһынан тамашасылар.
Ни өсөн быға тиклем сәхнәгә ҡуйылған спектакль премьера булһын, тигән һорау тыуыр. Эйе, һеҙ хаҡлы, әммә уны заманлаштырып сығарған коллектив та хаҡлы. Спекталгә замана һулышы индерелгән, актерҙар ҙа инде алышынған. Тик бер нәмә генә әле лә үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Ул сәхнә әҫәрендә күтәрелгән тема. Йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан, театрға яңы көстәр, йәштәр килгән...Ә тормоштағы эскелек проблемаһы, үкенескә күрә, һаман да актуаль. Бик аяныслы.
Театрҙың художество етәксеһе, режиссер Дамир Ғәлимов яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипова яҙған «Китмәгеҙ, торналар» пьесаһын йәнә сәхнәгә сығарып һис хаталанмаған. Уны халыҡ ярата, ҡабат-ҡабат ҡарай, күргәндәренән фекер туплай, йәшәү мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә, яҙыҡ аҙымдарҙан ҡаса, эскелектең ни тиклем яуыз икәнен аңлай. Яҙыусы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙе лә былай ти: «Был пьесаны мин Сибайға эшкә килгәндә яҙғайным. Уны А.Мөбәрәков исемендәге Сибай театры сәхнәгә сығарҙы. Шаңдауы ҙур булды. Хатта уны ҡарап: «Ошонан һуң берҙе лә ҡулыма рюмка тотмаясаҡмын»,—тип әйтеүселәр осраны. Эйе, спектакль бер нисә ҡабат ҡуйылды. Әле заманлаштырылған, әммә эстәлеге шул килеш. Актерҙар йәш, әммә талантлы. Быға тиклем үк ошо уҡ ролдәрҙе башҡарған коллегаларынан һис ҡалышманылар. Рәхмәт, Сибай театрына, уның тамашасыларына. Был спектакль менән күп тарафтарға гастролгә сығыуҙарына, һәр ерҙә халыҡ уны яратып ҡабул итеүенә шатмын. Әле Татарстан һәм Ҡаҙағстан театрҙары ошо пьесамды сәхнәгә әҙерләй. Татарстан режиссеры: «Китмәгеҙ, торналар»ҙы ҡарамаған бер генә төбәк тә, ҡала ла, ауыл да ҡалмаҫҡа тейеш»,—тине. Ғөмүмән, был спектаклде генә түгел, ә дөйөм театрҙы, сәнғәтте, мәҙәниәтте яратыусыларға рәхмәтлемен. Мостай Кәрим әйтмешләй, һеҙ Ер шарының ҡояшлы яғында йәшәйһегеҙ. Шуның менән бәхетлеһегеҙ».
Шәхсән Татарстан режиссеры менән килешәм. Был спектакль сәхнәгә сығарыла икән, мотлаҡ рәүештә уға халыҡты күберәк, айырыуса йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Яңы ғына оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш-елкенсәк кәйеф күтәренкелеген, күңел көрлөгөн шешәлә табырға тейеш түгел! Ә был тәңгәлдә театрҙың тәрбиәүи роле бик ҙур.
Үҙем дә әлеге спектаклде икенсегә ҡараным, әммә, башҡа тамашасылар кеүек үк, күҙ йәштәремде тыя алманым. Сөнки был мөмкин түгел. Тәүҙә ҡарағанымда төп геройҙарҙы Марс Итбаев, Миңзилә Ҡотошевалар башҡара ине. Ишетеүемсә, унан алдағыларын Нәркәс Баязитова, Арслан Йәнбәковтар кәүҙәләндергән. Әле килеп төп ролде—йәшлек хатаһы менән эскелек юлына баҫҡан Сәриәне йәш кенә актриса Нәфисә Мәзитова башҡарҙы. Уны был упҡындан йолоп ҡалырға тырышҡан Әлмөхәмәтте Морат Амантаев уйнаны. Ә Сәриәнең тормошон боҙған, балаларҙы етем итеп, Әлмөхәмәтте үлтергән, эскелектән башҡаны белмәүсе Ислам ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов бик оҫта итеп һынландырҙы. Эйе, эйе, беҙҙе халыҡсан моңо менән хайран иткән йырсы Альберт бик талантлы актер ҙа булып сыҡты.
Әлмөхәмәтте яңғыҙы тәрбиәләп, уны лайыҡлы тормошҡа әйҙәгән әсә образын тәжрибәле актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова бар тулылығанда аса алды. Күршеләр урынында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин һәм актриса Зәлиә Хафизова ине. Ә Сәриәнең ҡыҙы Гөлсибәр булып актриса Нурзиә Әбдрәшитованың ейәнсәре Алина уйнаны. Уның образы аша беҙ балалар эскерһеҙлеген, паҡлығын күрәбеҙ. Әсә ниндәй генә булмаһын, бала уны ярата, уның наҙына мохтаж. Сәриәнең эсеүен ташлауына, һыуға төшкәндәй юҡ булған атаһының ҡайтыуына, атлай алмай ултырған һеңлеһенә торналарҙың аяҡ ҡалдырып китеүенә өмөт иткән саф күңелле, гонаһһыҙ Гөлсибәр образы йәлләү уята. Балалар йортона барып эләккәндә лә яҡты хыялынан баш тартмай, әсәһенә хаттар яҙа, ғаиләһен бәхетле итеп һүрәткә төшөрә...Эй, балаҡай, етемлектән рухың һынып, әсәйең юлынан китмәһәң ярай ҙа...
Спектакль эстәлеге ауыр уйҙар тыуҙыра. Был проблеманың сәхнәлә генә булмауы тағы ла аяныслыраҡ. Аҙмы ни беҙҙә Сәриәләр, Исламдар, Гөлсибәрҙәр? Аҙ түгел шул...
Китмәһен, торналар! Күңелегеҙ торналары һеҙҙе ташлап китмәһен, һәр саҡ уяу булырға әйҙәп торһон.
Резеда Усманова.
Читайте нас: