Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2019, 12:49

ХЫЯЛЫМА ТОҒРО ҠАЛДЫМ!

«Башмағым»да—Хөсни, «Ҡатын түгел, аждаһа»ла—Юлбикә, «Тылсымлы ҡурай»ҙа— Алтынбикә, «Үҙ ҡатыныма өйләнәм»дә—Айһылыу, «Китмәгеҙ, торналар»ҙа—Ямал, «Тәңбикә»лә—Нәсихә, «Санаторий»ҙа—Таһира, «Ҡайырылмаһын ҡанаттар!»ҙа— Хөмәйрә, «Өҙөлгән өмөт»тә—Fәтифә, «Йәнкиҫәк»тә—Сәриә, «Эт саба тип...» комедияһында—Фаина, «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә»лә—әсә, «Әүлиә»лә—ҡатын, «Хазина»ла Сәғирә ролен башҡарған Резеда Сафиуллина-Абдуллина тамашасыһын үҙенсәлекле таланты менән арбай. Һәр геройына, тормошон күңеле аша үткәреп, яңы һулыш өрә ул. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында егерме биш йылға яҡын яңынан-яңы образдар тыуҙырып, үҙ тамашасыһын һөйөндөрә актриса.

«Башмағым»да—Хөсни, «Ҡатын түгел, аждаһа»ла—Юлбикә, «Тылсымлы ҡурай»ҙа— Алтынбикә, «Үҙ ҡатыныма өйләнәм»дә—Айһылыу, «Китмәгеҙ, торналар»ҙа—Ямал, «Тәңбикә»лә—Нәсихә, «Санаторий»ҙа—Таһира, «Ҡайырылмаһын ҡанаттар!»ҙа— Хөмәйрә, «Өҙөлгән өмөт»тә—Fәтифә, «Йәнкиҫәк»тә—Сәриә, «Эт саба тип...» комедияһында—Фаина, «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә»лә—әсә, «Әүлиә»лә—ҡатын, «Хазина»ла Сәғирә ролен башҡарған Резеда Сафиуллина-Абдуллина тамашасыһын үҙенсәлекле таланты менән арбай. Һәр геройына, тормошон күңеле аша үткәреп, яңы һулыш өрә ул. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында егерме биш йылға яҡын яңынан-яңы образдар тыуҙырып, үҙ тамашасыһын һөйөндөрә актриса.
Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫә. Атаһы Риф Абдуллин уйнаған дәртле гармун көйҙәренә бейергә ярата, ул күрмәгәндә ипләп кенә телдәренә баҫҡылап ҡарай. Әхирәте Зәминә менән мунсала (имеш, ҡара мунсала гармун уйнарға тиҙерәк өйрәнәһең тигән лаҡап йәшәгән була) ата-әсәһенән йәшеренеп, гармун уйнарға өйрәнә. Мәктәп йылдарында уҡ йыр-моңға маһир, бейергә яратҡан ҡыҙҙы пионер-вожатый булып эшләүсе Фирүзә Сафина күреп ҡала. Тап ул сәнғәткә ғашиҡ балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына йыйып, аҫылташтарҙы шымартҡандай, сәхнәгә сығара, матурлыҡ донъяһына һөйөү тәрбиәләй. Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, күрше Амангилде урта мәктәбендә белем алғанда ла Резеда Сафиуллинаға бәхет ҡояшы йылмая: һәүәҫкәр йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған Садиҡ Шаһыбалов етәкселегендә бейеү, йыр түңәрәктәрендә шөғөлләнә, төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Сәнғәткә ҡарата һөйөүе ваҡытлыса мауығыу түгеллеген аңлаған ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, һис бер икеләнеүһеҙ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инә.
Ҡулына диплом алғас, тыуған яғына эшкә ҡайта, Гусев ауылы мәҙәниәт йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Ҡыҙ ауылдағы мәҙәни тормошто гөрләтеп ебәрә: төрлө саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә, байрам уңайынан ойошторолған концерттар тиһеңме, халыҡ ҡуйған спектаклдәрме—барыһы ла Резеда Риф ҡыҙының тырышлығы менән башҡарыла.
Юғары белем алыу теләге буласаҡ актрисаны Өфө сәнғәт институтының режиссерлыҡ бүлегенә алып килә. Талантлы режиссер Рифҡәт Исрафилов төркөмөндә уҡыу бәхете тейә уға, шулай уҡ режиссер-педагог Булат Хәйбуллиндан театр сәнғәте нескәлектәренә өйрәнә.
Тормошта ҡайһы саҡта барыһы ла һин уйлағанса килеп сыҡмай шул, хыялдар ғына түгел, өмөттәрҙең дә селпәрәмә килгән ваҡыттары була. Әммә күпселек рәүештә ундай ваҡиға, киреһенсә, үҙеңде икенсе яҡтан асырға, үҙ юлыңды табырға ярҙам итә. Резеда Сафиуллина менән дә тап шулай була: театр донъяһына ул режиссер рәүешендә түгел, ә актриса булып аяҡ баҫа. Театрҙың да ниндәйе бит әле! Fүмере буйы ғашиҡ булған, тап унда эшләргә хыялланған Сибай сәхнәһенә. Үҙенең халыҡсанлығы менән бар республика тамашасыһын арбаған театрға ул ҡыуанып та, шул уҡ ваҡытта бер аҙ шөбһәләнеп эшкә килә. «Ҡабул итерҙәрме, ышаныстарын аҡлай алырмынмы?»—тигән уй тынғылыҡ бирмәй йәш актрисаға.
—Яңы мөхиткә нисек яраҡлашып китермен, тәжрибәле әртистәр менән нисек уртаҡ тел табырмын?—тигән борсолоуҙарым театрҙың тупһаһы аша атлап үткәс тә юҡҡа сыҡты,—ти Резеда Риф ҡыҙы.—Йәштәрҙе яҡын күреп, үҙ кәңәштәрен биргән өлкән хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Театрҙың директоры, талантлы режиссер Дамир Fәлимов, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғолова, Рәдиф Яныбаев, Зифа Баязитова һәм башҡалар тәүге көндән үк үҙ ҡанаты аҫтына алды, бар яҡлап ихлас ярҙам итте. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең театрҙа быуындар бәйләнеше матур йолаға әйләнгән, ололар йәштәр менән тығыҙ эшләй, яңы образдар тыуҙырғанда тәжрибә уртаҡлаша, һиңә ауыр булған саҡта арҡаңдан һөйөп, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Fөмүмән, татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ.
Мауыҡтырғыс театр тормошо минең геройымды ла үҙенә мөкиббән ғашиҡ иттерә, һәр яңы ролде, һәр геройының яҙмышын ентекләп өйрәнә, образды бәләкәйме-ҙурмы икәнлегенә бүлеп ҡарамай, һәр береһен йөрәге аша үткәреп уйнай. Төрлө характерлы ролдәр башҡарыуы менән бәхетле ул: йәш ҡыҙ образын да, оло әбей ролен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Актер үҙен төрлө амплуала һынап ҡарарға тейеш, шунһыҙ үҫеш булыуы мөмкин түгел. Актрисаның үҙе әйт-мешләй, төрлө ролдә уйнау—үҙ-үҙеңдә эҙләнеү ул. Тәбиғи һәләт ни тиклем ҙур булмаһын, бер урында тапанһаң, уның да юҡҡа сығыуы мөмкин. Йәнә актрисаның гармунда өҙҙөрөп уйнауын да иҫәпкә алып, матур итеп бейеүен дә ҡушҡанда, Резеда Риф ҡыҙы Сибай театры өсөн оло табыш икәнлегенә һис тә шик юҡ.
Егерме дүрт йыл тик бер сәхнәлә—Сибай театрында башҡарған геройҙарының яҙмышына инеп, уларҙың булмышы менән йәшәп, үҙ тормошонда осраған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, һөйгән йәре йәшләй вафат булғас, бер үҙе өс балаһын үҫтереп сәхнәлә лә, тормошта ла сағыу образдар тыуҙырып йәшәй белә ул. Оло улы Таһир—Рәсәй армияһы сафтарында, игеҙәктәре Искәндәр менән Зарина ҡаланың «Ирәндек» лицейында белем ала. Икеһе лә бейеү, йыр түңәрәгенә йөрөй, Искәндәр үҙен артист булараҡ һынап та өлгөргән. «Игеҙәктәрегеҙҙең һеҙҙең юлды һайлауын теләйһегеҙме?»—тигән һорауыма Резеда Риф ҡыҙы ихлас йылмайып: «Теләктәре булһа, ҡаршылығым булмаясаҡ»,—тип яуап ҡайтарҙы.
Сәхнә кешеһенең буш ваҡыты аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләһе менән тә-биғәт ҡосағына сығырға, тыуған яғы Әбйәлилдең шифалы күлдәрендә ҡойонорға, йәмле Талҡаҫта ял итергә, туғандары янына ҡайтырға ла ваҡыт таба Резеда Сафиуллина. Нәзәкәтле ҡатын күптән инде «ҡорос ат»ты йүгәнләгән.
Ул «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы», «Иң яҡшы характерлы роль» номинацияларына һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Ҡасандыр бала саҡта «ҙурайғас, әртис булам» тигән хыялына тоғро ҡалып, ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта сағыу ваҡиғаларға бай тормош юлы үтеп бөгөн Сибай театрының йөҙөк ҡашына әүерелгән Резеда Сафиуллина-Абдуллинаға артабан да ижади уңыштар, матур образдар, йәйғорло балҡыштар юлдаш булһын!
Кәримә Усманова.
Сибай ҡалаһы.