Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2019, 11:31

Балҡы, «Сулпан»!

Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры, ысынлап та, таң алдынан балҡыған Сулпан йондоҙо ише, сәнғәт күгендә торған һайын сағыуыраҡ, ылыҡтырғысыраҡ балҡый, тамашасылар күңелен тағы ла нығыраҡ биләй.Быға, беренсе сиратта, театрҙа ҡуйылған тамашаларҙың баҙығыраҡ, йөкмәткелерәк, байыраҡ була барыуы сәбәпселер, моғайын.

Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры, ысынлап та, таң алдынан балҡыған Сулпан йондоҙо ише, сәнғәт күгендә торған һайын сағыуыраҡ, ылыҡтырғысыраҡ балҡый, тамашасылар күңелен тағы ла нығыраҡ биләй.
Быға, беренсе сиратта, театрҙа ҡуйылған тамашаларҙың баҙығыраҡ, йөкмәткелерәк, байыраҡ була барыуы сәбәпселер, моғайын. Һуңғы йылдарҙа ғына ла, мәҫәлән, «Сулпан»дар «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә йәш тамашасыларға Сергей Дмитриевтың «Хазина эҙләгәндә йәки Төшөмлө эш», Ирина Казакованың «Аладдиндың тылсымлы көршәге», Сәрүәр Суринаның «Ҡанифа юлы» пьесалары һәм Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған шул исемдәге спектаклдәр тәҡдим итте һәм ҙур уңыш ҡаҙанды. Әле яңыраҡ ҡына улар «Ҡанифа юлы» менән баш ҡалабыҙ Өфөлә булып, Театрҙар декаднигында лайыҡлы сығыш яһаны. «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә, 158-се башҡорт гимназияһында, Ҡ.Дәүләткилдиев исемен-дәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында, Р.Fарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары алдындағы сығыштары менән артистарыбыҙ йәш тамашасыларҙың ғына түгел, сәхнә әҫәрен ҡараған ололарҙың да ихлас рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды, абруйлы сәнғәт белгестәренең маҡтау һүҙҙәрен, урынлы кәңәштәрен ишетеп ҡыуанды.
Сәхнәгә сәғарылған спектаклдәрҙең уңышы барыһынан элек режиссерҙарҙың, рәссамдарҙың, костюмдар оҫтаһының фантазияһы ни ҡәҙәр бай булыуына, уларҙың һөнәри оҫталығына бәйләнгән. Был йәһәттән режиссерҙар ҙа, рәссамдарыбыҙ Роза Әхмәтшина, Юлиә Сиражетдинова, бутофор Таңһылыу Йән-дәүләтова, сәхнә эшселәре Илнур Байсурин, Мансур Тайсинов, яҡтыртыусылар Мөрит Алтынбаев, Рөстәм Fиззәтуллин, музыка белгестәре Дим Шәрәфиев, Айтуған Аҡылов һәм башҡалар үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәргә тырыша. Ә теген цехы белгесе Рәшиҙә Ҡоҙашеваның оҫта ҡулдары барыһында ла тик һоҡланыу ғына тыуҙыра.
Сибай концерт-театр бекрекмәһе директоры—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов менән театрҙың художество етәксеһе—Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов «Сулпан» балалар театры артистарының эшенән ҡәнәғәт һәм һөнәри байрамдары алдынан уларҙың барыһына ла ғаилә именлеге, ижад ҡомары, илһам һәм дәрт теләй.
Байрам байрам менән, ә театр артистарының һәр көнө тулы ҡанлы эш менән үтә. Сөнки балаларға яңынан-яңы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм фәһемле спектаклдәр әҙерләргә кәрәк. Өҫтәүенә, һәр сәнғәт учреждениеһы кеүек үк, «Сулпан» театрына ла алдына ҡуйылған бурыстарҙы тайпылышһыҙ үтәү зарур. Бөгөн улар Анна Богачеваның «Прокатҡа өләсәй» (рус телендә) пьесаһы буйынса репетициялар менән мәшғүл. Кескәй тамашасыларыбыҙҙы тағы ла бер ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тамаша менән һөйөндөрмәкселәр улар. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләр именлеге һәм, әлбиттә, тоғро тамашасылар теләп ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә, «Сулпан»дар!
Мотал Рәмов,
Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.