АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Август , 11:05

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғырҙан зыян күргән райондарға мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты

Башҡортостандың 27 районында урып-һуғыу эштәре башланды. Был хаҡта 5 августа республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хәбәр итте. 5 авгусҡа хужалыҡтар 53 мең гектар сәсеү майҙандарын эшкәрткән. Аграрийҙар баҫыуҙарҙан 177 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алған. Бынан тыш, республикала майлы культураларҙы йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғырҙан зыян күргән райондарға мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғырҙан зыян күргән райондарға мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты

Башҡортостан аграрийҙары алдында 2,2 миллион гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу мәсьәләһе тора: шуның 1,3 миллион гектары – яҙғы культуралар, 380 мең гектарҙа – ужым культуралары, ә 500 мең гектар – майлы культуралар.

– 34 республика элеваторы һәм келәттәренең ҡеүәте бер юлы 4 миллион тоннаға яҡын иген һәм майлы культураларҙы һаҡлау мөмкинлеген бирә, – тине Илшат Фазрахманов. – Урып-йыйыу кампанияһы башланыуға, иген запастары яҡынса 1 миллион тонна ине.

Техник паркты яңыртыу сиктәрендә 2024 йылдың ете айында 1,4 мең берәмек яңы ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән 330 сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машинаһы, 220 трактор, 106 иген йыйыу комбайны һатып алғандар. Республика баҫыуҙарына барлығы 2,6 мең иген йыйыу комбайны сығырға әҙер.

Вице-премьер һауа шарттарының тотороҡһоҙлоғо һәм күпләп ямғыр яуыуы сәбәпле, урып-йыйыу кампанияһының уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән ҡалышыуын билдәләне. Бынан тыш, артыҡ дымлылыҡ мал аҙығын ваҡытында әҙерләүгә ҡамасаулай.

Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер муниципалитеттар мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән дә инде. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иң түбән күрһәткестәр – Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Көйөргәҙе, Салауат һәм Ҡыйғы райондарында.

– Ауыл халҡы мал аҙығы әҙерләй алмай. Уларҙың ҡышҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар. Ямғырҙан зыян күргән муниципалитет башлыҡтарына, хәлде тейешенсә баһалап, Хөкүмәт менән берлектә был мәсьәләлә халыҡҡа нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы асыҡлауығыҙҙы һорайым, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Уны системалы хәл итеү мөһим.

Автор:Гульдар Кадаева