Быйыл илебеҙ тәүге ядро ҡоралын һынауға—70 йыл
Сәғәт 8.00. Бөтәһе лә әҙер. Тынлыҡ. Уны йомрандар һыҙғырыуы, сиңерткә-ләр сырылдауы ғына боҙа. Һалдаттар приказ көтә. 9.30. яҡынлашып килгән самолеттарҙың мотор тауыштары ишетелә. «Ышыҡланырға!» тигән команда яңғырай. Һалдаттар окоп һәм траншеялар эсенә ташлана. Ике көн элек
егерме икеһен тултырған Байраҡ Өмөтбаев приказға буйһонмай: тиҫтә ярым килограмдан ашыу пулеметын эргәлә үҫеп ултырған имән төбөнә һөйәй ҙә ағас
башына менеп китә. Атом бомбаһы шартлағанын тағы ҡасан күрәһең әле?!
Аҙаҡтан, һыҙлана-һыҙлана дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмер иткәс, үҙе ҡатнашҡан мәхшәр тураһында сер асылып, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр, иҫтәлектәр донъя күрә башлағас, Байраҡ Ҡорбан-ғәле улы 1954 йылдың 17 сентябрендәге ТАСС белдереүен уҡып шаҡ ҡатыр. «Ғилми-тикшеренеү эштәре планына ярашлы, һуңғы көндәрҙә Совет-тар Союзында атом ҡоралының бер төрөнә һынау үткәрелде,—тип әйтелә ташҡа баҫылған ҡыҫҡа ғына
был белдереүҙә.—Һынауҙың маҡсаты—атом бомба-һының йоғонтоһон өйрәнеү. Һынау ваҡытында ҡиммәтле һөҙөмтәләр алынды, улар совет ғалим-дарына һәм инженерҙарына атом һөжүменән һаҡ-ланыу бурысын уңышлы хәл итергә ярҙам итәсәк».
Һынау... Атом бомбаһын һынау ябай һынау ғына түгел шул: кешеләрҙең йән әрнеүе, йән һәм тән йәрәхәте лә. Ҡот осҡос ваҡиғала ҡатнашыусылар
ҡырҡ йылдан ашыу яфа сигә. Әжәлдәре етмәй үлгән-дәре лә, саҡ йөрөгәндәре лә, ни үлә алмай, ни әҙәм
була алмай ятҡандары ла була. Тереләр, сана-торийҙарға путевка бирһәләр, дауаланып торһаҡ, бәлки, тағы бер аҙ йәшәр инек, тип хыяллана.
—Ошо «гонаһһыҙ» шартлау арҡаһында ғәрип булып ҡаласағыбыҙҙы, ғүмер буйы билдәһеҙ, «серле» сирҙән яфа сигеребеҙҙе белдекме ни беҙ?—ти әсенеп Байраҡ Өмөтбаев.
Белмәй шул, Байраҡ Өмөтбаев, белмәй. Хәйер, ул көндө ни булырын кисә генә Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итергә ант иткән 20 йәшлек малай һалдат-
тар ғына түгел, оҙон һуғыш юлдарын үтеп, ҙур тәжрибә туплаған тәжрибәле офицерҙар ҙа бел-деме икән әле?
Байраҡ Өмөтбаевты армияға 1953 йылдың 12 октябрендә алалар. Уларҙы поездға тейәп Чкалов (хәҙерге Ырымбур) ҡалаһына алып киләләр. Шулай итеп, бер ай элек кенә 21 йәше тулған егет Көньяҡ Урал хәрби округына ҡараған 29416-сы частың мотоуҡсылар полкында уҡсы булып хеҙмәт итә башлай. Ҡышты имен-аман сығалар. 1954 йылдың 1 майында хәрби парадта ҡатнашалар. Парад үткәндең икенсе көнөнә үк уларҙы ҡабалан-ҡабалан «оҙайлы командировкаға» әҙерләй башлайҙар һәм, поездға тейәп, Тоцкиға алып киләләр (Туҡ йылғаһы буйы). «Тоцк лагеры бик матур ерҙә урынлашҡан. Эргәнән генә Һамар исемле йылға аға. Алыҫ түгел Сорочинск исемле ҙур ауыл. Шул ерҙә ултыртылған сағандар араһында палаткалар ҡорҙоҡ»,—тип хәтерләй Байраҡ Ҡорбанғәле улы ул май башын. Өмөтбаевтарҙың мотоуҡсылар батальоны ғына килмәй Тоцк-2 хәрби лагерына. Икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең бөтә мөйөшөнән—Бресттан, Үҙәк Рәсәйҙән, Алыҫ Көнсығыштан—хәрбиҙәр ағыла. Бер аҙ ваҡыттан унда, далала, тиҫтәрсә мең кешелек палаткалар ҡаласығы үҫеп сыға.
Күнекмәләр башлана. Һөжүмгә күсеү өсөн позициялар әҙерләйҙәр. Көндәр шул тиклем эҫе тора—температура 40 градустан төшмәй. Шул арҡала хатта күнекмәләр теҙмәһен үҙгәртергә мәжбүр булалар—иртәнге 3-4-тән иртәнге 10-11-гә тиклем шөғөлләнәләр.Түҙеп торғоһоҙ эҫелә хәлдән тайҙырғыс күнекмәләр тотош июнь-август буйы дауам итә. Сентябрҙең тәүге көндәрендә генераль репетиция үткәрелә. Ғәскәрҙәрҙең әҙерлеген генерал-полковник Полубояров һәм уның офицерҙары тикшерә. Частар дошман тарафынан атом ҡоралы ҡулланыл-ған хәлдә хәрәкәт итеүгә әҙер, тигән ҡарарға киләләр. Дәүләт серҙәрен һәм хәрби серҙе сисмәү тураһында инструкция менән танышҡандан һуң палаткалар ҡаласығының бөтә личный составы полктың КГБ начальнигына расписка бирә: күргән-кисергәндәрем тураһында үлһәм дә бер кемгә лә һөйләмәйәсәкмен!
Бөтәһе лә әҙер, тик нимәлер көтәләр. Һуңынан көндөң яҡшырыуын, йәғни ел йүнәлешенең ауылдар һирәгерәк булған төньяҡ-көнсығышҡа табан үҙгәреүен көтөүҙәре ту-раһында белдерәләр.
Бына ул көн—1954 йылдың 14 сентябре етә.
Ошо урында һүҙҙе «Тоцк маневрҙары»нда ҡатнашҡан, бөтәһен дә үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән геройыма биреү дөрөҫ булыр.
—Атом бомбаһын һы-нар көндө беҙ иртә менән һөжүм итеү рубежына сыҡ-тыҡ һәм сәғәт 7-ләрҙә үҙ позицияларыбыҙға яттыҡ. Иртәнге 9-10-дарҙа атом бомбаһы ташлаясаҡтарын, эпиүҙәктең беҙ ятҡан ерҙән 10 километр самаһы көньяҡтараҡ буласағын да беләбеҙ. Ваҡыт үтмәй. Тынлыҡ. Унынсы яртыларҙа яҡынлашып килгән самолеттарҙың мотор тауыштыры ишетелде. Бөтәһе лә окоп һәм траншеялар эсенә һибелде. Бер үҙем тороп ҡалдым. Миндә берәүҙең дә эше юҡ. Пулеметымды эргәлә үҫеп ултырған ялбыр имән төбөнә һөйәнем дә ағас башына менеп киттем. Ҡапыл һауала күк дөһөрләп йәшен ат-ҡандағы кеүек көслө шартлау яңғыраны. Шунда уҡ бөтә донъя яҡтырып китте. Был яҡтылыҡ шул тиклем көслө ине, хатта ҡояш яҡтылығы юғалып ҡалғандай булды. Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомдом. Ер һелкенә, сайҡала башланы. Олоған кеүек геүләү ҡолаҡтарҙы тондора. Шунан һуң үҙ юлындағы бөтә нәмәне емереп, окоптарҙағы һалдаттарҙы тупраҡ менән күмеп, ҡот осҡос тулҡын үтте. Күҙҙәремде асам. Яртылаш иҫәңгерәгән һалдаттар окоп төбөнән күтәрелеп, өҫ-башын ҡаға һәм, ҡоттары осоп, ҡыҙыл-һары-ҡара болоттоң ялт-йолт итеп тороуон һәм уның артынса шартлау үҙәгенән икенсе болоттоң күтәрелә башлауын күҙәтә. Был туҙан шартлауҙан барлыҡҡа килгән болотҡа аҡрынлап яҡынлаша, уның менән ҡушылып, бәшмәк рәүешенә инә. Болот әкренләп ҡарая һәм, радиоактив туҙан сәсеп, көньяҡ көнсығышҡа (Чкалов яғына) табан яй ғына хәрәкәт итә башлай.
Фәрит Әхмәров.
Сибай ҡалаһы.
Дауамы бар.