Мөжәүир әүлиәнең КИРӘМӘТТӘРЕ хаҡында халыҡ күп белә. Әле лә уның тыуған ауылына, ҡәберенә юл тотоусылар төрлө хәлдәргә осрай тигәндәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Әле бына кисәге вакиғаларға анализ яһап, хайран-вайран ҡалып, яҙып ултырам.
(Башы)
Хәҙрәт янына йыш уҡ булмаһа ла, мөмкинселек сыҡҡанда йыл һайын тиерлек барабыҙ.
Бына кисә аңғармаҫтан ғына, апарабыҙ тип торған апай-еҙнәләр барҙа, әлбиттә, ихласлап юлға сыҡтыҡ. Ауылға етәрәк ике юл саты ҡаршы ала икән. Уң яғын һайланыҡ. Әммә быйылғы яуындарҙан, йылғаны, һаҙлыҡты сығырлыҡ түгел, шуға Урғаҙаның икенсе яғында машиналарҙы ҡалдырып йәйәүләп киттек. Йылғаны сыҡҡан баҫмала уҡ йәтеш кенә һоро эт күптәнге яҡын таныштарын ҡаршы алғандай инде ихласлап беҙҙең янға осто ла ҡуйҙы. Сыҙамай тар баҫмала беҙҙе этә-йыға аяҡҡа уралды.
Шул эйәреүҙән айырылманы...
Беҙ ҙә уны яратып һөйләшеп алып йөрөнөк.
Тәүҙә олатайҙың ихатаһын ҡараныҡ. Йорт-музейы бикле.
Шул саҡ минең сумкала ятҡан телефоным кемгәлер гудоктар ебәрә башланы. Уййй, яңылыш баҫылғандыр тиеп алып ҡараһам, иптәшем мәрхүмгә, Мансурға (авторҙың мәрхүм ире--редакция) гудоктар китә ине... Йөрәгем жыуу итеп ҡалды.... Теге донъяға портал асылғандай булып китте хатта... Гүйә, ул беҙҙең янда йөрөй һәм белгертә кеүек....
Уны иҫләп, һөйләшеп, мыршылдашып алдыҡ. Бигерәк йәшләй киттең, әрәм генә булдың...
Артабан ике саҡрымдай арауыҡты атлап ҡәберлеккә юлландыҡ. Эт бер аҙым ҡалмай, ҡыуана, йылмая, малайҙар менән баҫтырыш уйнай. Шул уҡ ваҡытта унан шул тиклем әсе, сыҙағыһыҙ һаҫыҡ еҫ килә. Нилектән икәнен дә аңламаныҡ инде.
Яланда йөрөгән өйөр йылҡылар алыҫтан күреп сабырһыҙлана башланылар. Уларға яҡынлашҡанда юлды арҡырылы буйлы сабышалар, ҡолаҡтарын тырпайтып иҫтәре китеп беҙгә текәләләр, ҡурҡыныс януар күргәндәй бышҡыралар, айғыры килеп-килеп урай. Беҙ уйлайбыҙ: ниңә беҙҙе улай ҡаршылайҙар икән? Кешенән йылҡы малы ҡурҡып бармай шикелле?...
Шунан башҡа барып етте, бәәй, беҙҙең эргәләге зыянһыҙ ғына куренгән эттең еҫенә тынысһыҙланаларҙыр, янына барырлыҡ түгел аңҡый шул. Малайҙар ҙа, ниңә улай эт еҫле, әйҙә йыуындырайыҡ тиҙәр шул. Бәләкәй улым шундуҡ уға ниңәлер Валера тип исем бирҙе, өлкәне Лайка тип. Беҙ был этте алып ҡайтабыҙ, тип тә ҡуйҙылар....
Шулай ике малайҙың үҙҙәренә дуҫ табып уйнап йүгерешеүҙәренә ҡыуанып ҡарап, арауыҡты һиҙелмәй ҙә барып та еттек.
Эстә доғалар уҡыныҡ, барлыҡ мәрхүмдәребеҙҙең дә исемдәрен атап бағышланыҡ. Эт ята, көтөп, тыңлап ята...
Зыяраттан сығыуға табан атлағанда, ҡапыл баяғы эт бәләкәй улымдың ҡулындағы сепрәген тешләп тартып алды ла, бейек үләндәр араһына инеп йәшенде. Саҡ табып кире һалдырып алдыҡ. Бер нисә тапҡыр шулай эшләне.
Ул сепрәк (тәүҙә ҙур йүргәк ине, аҙаҡ теткеләнеп бөтөп, бер еп кенә булып ҡалды) улымдың иҫ белгәндән ҡулында. Йоҡлаған саҡта уны тәсбих кеүек тартып, ышҡып-ышҡып, еҫкәп шуға әүрәп кенә йоҡлап китә. Ныҡ арып йоҡоһо килһә, ауыҙында имеҙлек һәм мотлаҡ ошо сепрәк. Ҡайҙа барһаҡ та шуға бергә онотмай алып йөрөйбөҙ. Ярай, мәле еткәс үҙе ташлар әле тиеп, баланың күңелен яралап ташлатмайым да...
Аптыраныҡ, ябай эттең ул хәтлем үк башы ла етмәҫ ине.
Киттек артабан.
Кире атлауға бәләкәй балаларға ара алыҫ була тиеп водителдәребеҙ машиналарҙы, килгән юлдарҙы кире урап, яҡынайтып ҡуйғандар ине. Шуға күрә, сығып машиналарға ултырҙыҡ. Эт моңайып ҡына тороп ҡалды. Беҙҙе кире эҙләп барырһың, беҙ йылға буйында сәй эсәсәкбеҙ, тәмлекәстәр менән һыйларбыҙ үҙеңде, тиеп әйтеп киттек.
(Дауамы бар)
АЙГӨЛ ФӘЙЗУЛЛИНА.