АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
17 Апрель , 11:20

Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы

Һыу баҫты ла кире ҡайтты тип әйтеү генә анһат. Мәйеттәр булмаҫ тимә, мал-тыуар, хайуандар үләттәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шәхси йорттар биләмәһендә бәҙ-рәфтәр йөҙөп йөрөй, зыяраттар һыу аҫтында ҡалған. Ә былар иһә инфекцион сирҙәр таралыуға юл аса.

Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы
Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы
 
Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы Орск ҡалаһында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙамды шәхсән алып барып тапшырҙыҡ. Ҡазаға тарыусыларға һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, аяҡ кейеме бик кәрәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге көнгә 150-нән ашыу кеше мәктәптәрҙә урынлашҡан ваҡытлыса тораҡ пункттарҙа ҡала. Улар араһында күбеһе ололар, ғәриптәр. Ятҡан урындары йылы, таҙа, ашаталар, тик һәр кемдең үҙ йортона ҡайтҡыһы килә.
Тик йорттары һыу аҫтында ҡалған.
4 апрелдә, Орск ҡалаһында дамба асылыуы сәбәпле, Ырымбур өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде:
10 меңдән ашыу йортто һыу баҫты, 18 меңдән ашыу ер участкаһы зыян күрҙе. Ҡаза күреүселәрҙең күбеһе
Орскийҙың иҫке ҡалаһы халҡы. Унда 6 меңдән ашыу кеше эвакуацияланды.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Ырымбур ҡа-лаһын да бөгөн һыу баҫа.
Сибайҙан Орск бик алыҫ та түгел: тик ул тарафҡа илткән әлегә берҙән-бер юл ныҡ боҙолған. Тәбиғәте ҡаҙаҡ далаларын хәтерләтә, ҡайҙа ҡараһаң да офоҡ. Гуманитар ярҙам алып барғанлыҡтан, беҙ баштан уҡ уны тапшырыу пункттарын эҙләнек. Орск үҙәгенән беҙҙе бәләгә тарыусылар йәшәгән иҫке ҡалаға—«Юность» спорт мәктәбенә ебәрҙеләр. Әйткәндәй, был мәктәптә самбо һәм дзюдо буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, самбо буйынса донъя һәм Рә-
сәй чемпионкаһы Юлия Кузина тәр-биәләнгән. Ылауҙы шунда уҡ ирекмән малайҙар бушатып та ҡуйҙы. Спорт мәктәбенең залы тулы эсәр һыу, кейем-һалым, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек. Төрлө ҡалаларҙан, төбәктәрҙән туҡтау-һыҙ машиналар килеп тора. Гуманитар ярҙам да ваҡытлыса тораҡ пункттарға кисекмәҫтән оҙатылып тора.
Спорт мәктәбе директоры—самбо буйынса спорт мастеры Елена Петровна Задворнова бик асыҡ кеше булып сыҡты. Иҫке ҡаланы һыу баҫҡас та микрорайондағы белем усаҡтарында ваҡытлыса тораҡ пукттар булдырыла. Спорт мәктәбендә ашхана булмағанлыҡтан, бында гуманитар ылау ҡабул итеү пункты асыла.
Өҫтәмә белем биреү учреждение-һы директоры Елена Задворнова әй-теүенсә, 38 тренер, 280 тәрбиәләнеү-се, уларҙың ата-әсәләре ғәҙәттән тыш хәл булғас та эшкә тотона: иң башта гуманитар ярҙамды ҡабул итәләр, унан иһә тараталар, туҡтамай килеп торған әйберҙәрҙе сортировкалайҙар.
—1 мең пакет тейәгән Газель килергә тейеш, шуны көтөп торабыҙ. Беҙ-ҙең пунктҡа Башҡортостандан һеҙ тәүге булып ярҙам алып килдегеҙ. Хәҙер үк пакеттарға бүлеп һалып, мохтаждарға оҙатабыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт!—тине Елена Петровна, күҙҙәренә йәш алып.—Ярҙам туҡтауһыҙ килеп тора: Силәбе өлкәһенән 4 фура килде, Ырымбур, Домбаровка районы, Ясный, Комаровский ҡалалары, Орск халҡы дәррәү ярҙам килтерҙе. Әле кешеләргә резинка итектәр бик кәрәк, сөнки күптәр-ҙең йорттары янына барғылары килә, ваҡытлыса тораҡта кейеп йөрөргә шлепанцылар, ҙур размерҙағы ир-егеттәр кейемдәре етешмәй.
Күрше Новотроицк ҡалаһында хостел асҡандар, быға ҡәҙәр фатир, йорттарҙы ҡуртымға биреүселәр һыу баҫыуҙан зыян күреүселәрҙе бушлай йәшәргә индергән. Күптәрҙе ту-ғандары, яҡындары һыйындырған.
Әйткәндәй, иҫке ҡаланы һыу тәүге тапҡыр ғына баҫмаған. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ошо уҡ урындар тулыһынса һыу аҫтында ҡалған. Кешеләр убаға йыйылып ғәрәсәттән ҡотолған, уларға вертолет менән икмәк һәм һыу ташығандар. Тарих ҡабатланыр тип кем уйлаһын.
Ваҡытлыса тораҡ пукттар урын-лашҡан мәктәптәр дистанцион рәүештә эшләп торһа, был дүшәмбенән белем биреү процесы тергеҙелә. Ялда 150-гә яҡын кеше икенсе тораҡтарға күсерелгән. Улар араһында ололар, ғәриптәр бик күп.
Тағы бер киҫкен хәл—мародерҙар. Кеше ҡайғыһында үҙ мәнфәғәтен алға ҡуйыусылар бер нәмәнән дә ҡурҡмай, оялмай. Ғүмерҙәре буйы йыйған мөлкәттәренә теләһә кем кинәнмәһен өсөн ҡайһы берәүҙәр ҡыйыҡтарын-
да көндәр буйы ултырырға мәжбүр.
Орсҡ ҡалаһының 3-сө гимназия-һында урынлашҡан ваҡытлыса тораҡ пунктҡа инеп бәләгә тарыусылар менән аралаштыҡ.
Улар араһында төрлө милләт вә-килдәре бар: рустар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, сиғандар. Хәл юҡ, улар әлегә бер урында көн итергә мәжбүр. Зыян күреү-
селәр ваҡытлыса йәшәгән мәктәптәр-ҙә уҡытыу дистанцион алып барыла.
Гимназия директоры Елена Владимировна Сабуроваға үҙебеҙҙең ҡайҙан булыуыбыҙҙы әйткәс:
—Сибайҙың “Сулпан” балалар театрын көтөп алабыҙ. Беҙҙә әле хәлдәр ошолайыраҡ, 125кешене спорт залына, кабинеттарға урынлаштырҙыҡ. Ашхана, душ көнө-төнө эшләй,—тип һөйләне.—Тәүге көндәр ығы-зығы менән үтһә, әле кешеләргә рухи яҡтан ныҡ ҡыйын. Йорттары йәшәрлек түгел, бәғзеләре документһыҙ-ниһеҙ ҡалған. Прокуратура вәкилдәре ныҡ ярҙам итте, Росгвардия, полиция, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре килде. Башҡа мәктәптәрҙән уҡытыусылар ярҙам итте. Батюшка коляска алып килтерҙе. Уҡыусыларыбыҙ ныҡ ярҙам итте. Был хәл уларҙы тормошҡа икенсе төрлө ҡарарға өйрәтте. Шаярып, тыңламай йөрөгөн уҡыусыларыбыҙҙы үҙебеҙ өсөн икенсе яҡтан астыҡ. Кешелекле, кеселекле алмаш үҫтерә, тәрбиәләй алыуыбыҙға ҡыуандыҡ.
Директорҙың һүҙҙәрен ирекмән Екатерина Геннадьевна Москалева ҡеүәтләне.
—Ғәҙәттән тыш хәл барыбыҙҙы ла ныҡ берләштерҙе. Шәхсән беҙҙе һыу баҫманы, 2 йыл элек янғындан зыян күрҙек. Шуға ла был хәлде үҙем аша үткәрҙем. Өлкән улым менән гимназиялағы ваҡытлыса тораҡ пункттан ҡайтмаҫтан йөрөйбөҙ,—тине.
Спорт залына үтәбеҙ. Бер зал ту
лы кеше. Уларҙың күҙҙәрендә нур юҡ, ҡайғырыуҙан бөгөлөп төшкәндәр, билдәһеҙлектән йонсоғандар. Шулай ҙа өлкә етәкселегенән, федераль кимәлдә ярҙамға өмөт итәләр.
Семенов Виктор Кириллович Мәләүездән. Ҡатыны 5 элек вафат булған. Ғүмер буйы ошонда йәшәгәндәр. Ҡыҙы Мәскәүҙә тора, атаһын алып ҡайта алмай, сөнки үҙе торлаҡты ҡуртымға алған. Улы вахтала Себерҙә эштә. Бабай бер нәмәһеҙ тороп ҡал-ған, барыр урыны юҡ.
Светлана Борисовна Дегтяреваға 77 йәш.
—Һыу өйгә килеп ингәс, саҡ сығып ҡотолдом. Оло һыу йорттарға инер алдынан машина йөрөп, эвакуацияға әҙерләнегеҙ тип ҡысҡыртып үтте. Беребеҙ ҙә ышанманыҡ, ҡуҙғалманыҡ. Был хәтлем булыр тип берәү ҙә уйламаны. Тик һыу бик тиҙ килде, өҫтөмдә бына халат, аяҡта тапочка, документтарҙы алып ҡына өлгөрҙөм.
Ҡыҙыма барып йәшәп торам инде, башҡаса хәл юҡ.
Сиғандар ғаиләһе Лебедевтар ишле генә.
—Йортто үҙ көсөбөҙ менән һалып индек. Уҙған йылдың көҙө генә ремонт эшләп бөткәйнек. Бөтә көнкүреш техникаһын кредитҡа алдыҡ. Улар һыу аҫтында ҡалды. Һыу баҫҡанда саҡ ҡасып килеп автобусҡа ултырып өлгөрҙөк. 5 йәшлек улым һыуға бата яҙҙы. Һәйбәт ашаталар, ҡарайҙар, йылы, әммә өйгә ҡайтҡы килә,—тип һөйләне өс балалы йәш ҡатын. Әсәһе ҡарт, атаһы психик яҡтан ауырыу.
Хажмухамбет Кималов:
—Форштадтта йәшәйбеҙ, ҡатыным менән икебеҙ, кейәү һәм ҡыҙыбыҙ бергә тора инек. Ҡыҙым ғаиләһе менән таныштарына йәшәргә китте. Йортобоҙ, автомобилебеҙ, малыбыҙ барыһы ла һыу аҫтында ҡалды.
Ваҡытлыса тороп тороға фатир таптыҡ, түшәк кәрәк-ярағы һорап килдем,—тине ир.—Дамбаны минең күҙ алдында 2007 йылда бер йылға яҡын төҙөнөләр. Бульдозерҙар менән ағас-тарҙы этеп йыҡтылар ҙа уларҙың өҫтөнә балсыҡлы тупраҡ өйҙөләр. Ҡоро-һарыны, ағас төптәрен йыйып алманылар, дамба сафҡа ингәс һыу аҫтында ҡаласаҡ ерҙе таҙартманылар. Ә дамба нисек төҙөлөргә тейеш? Уның төбө ерҙең иң ҡаты ҡатламына ҡәҙәр таҙартылырға тейеш, шунан ғына өҫтөнә балсыҡ түгелә. Беҙҙең элеге дамба ла ваҡытында нығытылһа, һыу ағымын күтәрә алыр ине. Беҙ бит ҡала етәкселегенә дамбаның йырылып барыуы хаҡында белгерттек. Беҙҙе борсолорға урын юҡ, дамба йырылмаған, ҡар һыуы ғына аға, тип тынысландырҙылар.
Ә һыу баҫып килгәндә инде беҙҙе эвакуацияланығыҙ, һыу баҫа, тип яр һалдылар. Унда инде халыҡ бик ыжламаны, берәү ҙә был тиклем хәл булыр, тип уйламаны. Һыу килер ҙә китер тип өмөтләнде. Һыу килде, килгәндә лә ҡайһылай килде, йорттарҙың түбәһенән ҡәҙәр етте. Тик китмәне, әле лә китергә уйламай.
—Экперттар килеп емерелгән дамбаны ҡаранымы?
—Мин берәүҙе лә күрмәнем. Һыу
ныҡлап китеүен көтәләрҙер. Кимереүселәр дамбаға зыян килтереүе ихти-маллығын ишеткәс, көлдөк. Һыу йәнлектәре һирәк күренеш бында. Берәү генәһе күренһә лә иҫке ҡалала йәшәү-
се барса халыҡ шуны ҡарарға ашҡынды.
Беҙ асарбаҡ хәлендә хәҙер. Тағы ла махсус комиссия килеп күрелгән зыянды баһаламайынса йорттарҙа бер нәмәгә лә теймәҫкә ҡушалар. Комиссияны бик ҙур эш көтә. Зыянды иҫәпләү оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, бер йәйең дә етмәҫ. Ә беҙгә нимә эшләргә? Урамда ултырып комиссияны көтөргәме? Аңлауымса, беҙҙең тарафта электр уты ла, газ да элеге генә булмаясаҡ.
Комиссия көтөп ултырһаҡ, беҙ өйҙәргә яҡын арала инә алмаясаҡбыҙ. Ярар йәй көнө ут яғып ашарға бешерербеҙ.Артабан нимә? Ир-егеттәр бирешмәҫбеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар нимә эшләр? Тиҙ арала һыу баҫҡан урындарҙа тергеҙеү буйынса ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
Һыу баҫты ла кире ҡайтты тип әйтеү генә анһат. Мәйеттәр булмаҫ тимә, мал-тыуар, хайуандар үләттәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шәхси йорттар биләмәһендә бәҙ-рәфтәр йөҙөп йөрөй, зыяраттар һыу аҫтында ҡалған. Ә былар иһә инфекцион сирҙәр таралыуға юл аса.
Орскийҙан кеше күптәп китә, китерлек тә шул. Ә барыр урыны бул-мағандарға нимә эшләргә? Был һорауға әлегә яуап юҡ.
Унан инде һыу баҫҡан районға ла барҙыҡ. Ысынлап та, хәл бик ҡурҡыныс: бөтә нәмә лә һыу аҫтында ҡалған, йорттарҙарҙың, хужалыҡ төҙөлөштәренең ҡыйыҡтары ғына күренеп ултыра. Телевизорҙан, ютуб-каналынан күргән урындарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек: трамвай юлының аҫты йыуылған, тимер юлдар кәкрәйгән, юл ситендәге электр бағаналары ҡыйшайған. Стройбум, башҡа магазиндарҙы ла һыу аямаған.
Иҫке ҡаланың һыу етмәгән өлө-шөндә тормош туҡтағандай: магазиндар, дарыуханалар ябыҡ, кешеләр күренмәй, ҡайҙа ҡарама сүп-сар. Үҙәк урамдар ҡоролоҡҡа ҡоро, тыҡрыҡтар-ға боролоу була, һыу эсендә йорттар күренә.
Нисек кенә булмаһын, ҡазаға тарыусылар власҡа өмөт итә, ярҙам итерҙәренә, киҫкен хәлдән сығыу юлдарын табырҙарына ышана.
Гөлдәр Ҡадаева.
Сибай-Орск-Сибай.
Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы
Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы
Ҙур һыу—һәләкәт сығанағы
Автор:Гульдар Кадаева