«Илебеҙ ауыр осор кисерә. Һуғыш һәр кеше өсөн, бигерәк тә ир-егеттәр өсөн, ҡаты һынау.
Ошондай дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта, Ришат Шәйхетдин улына Тыуған илдең саҡырыуы буйынса, ҡулына ҡорал алырға тура килә.
Ришат Шәйхетдин улы беҙҙең хәтеребеҙҙә Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ.
Хөрмәтле Шәйхетдин Нөғәмән улы, мәрхүмдең ҡатыны һәм туғандары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.
Бәхил бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле – Ришат Шәйхетдин улы!
Беҙ һине онотмаҫбыҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын!» - тип яҙҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.