-5 °С
Болотло
16 март көнө, төштән һуң Александр Коротков Матрай ауылында Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу сараһында ҡатнаша һәм шунан Йылайырға өйөнә ҡайта.
Бәхетһеҙ осраҡ тап йортоноң ихатаһында була: уны ҡыйыҡтан шыуып төшкән ҡар өйөмө менән ҡаплай. Был хәлде күргән водителе уны ҡар аҫтынан сығарып ала һәм дауаханаға алып бара. Әммә табиптар уны үлем тырнағынан йолоп алып ҡаламай.
Александр Коротков Йылайыр районы хакимиәте башлығының социаль өлкә буйынса урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар эшләне. Тыуған ауылы Матрай мәктәбендә директор булған. Етәксе башҡортса матур итеп һөйләште, ихлас, асыҡ кеше булды.
Мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.