Март айы яҙ башы булһа ла ҡыш үҙенекен итә һәм тиҙ генә китергә уйламай. Көндөҙ ҡар иреһә төндә ныҡ һалҡынайта. Шуға ла күптәр төнгөгә йылытыусы электр приборҙарын ҡулланыуҙы дауам итә.
Әммә төҙөк булмаған электр ҡоролмалы торлаҡта янғын сығыуға килтерә. Тоҡанған ут артабан тирә-яҡты ялмап алмаһын өсөн янғынды киҫәтеүсе извещателдәр ҡуйыу зарур. Ҡоролма төтөн сыға башлыу менән үк сигнал бирә һәм йорттағыларҙы һәләкәттән ҡотҡарып алып ҡалыуға булышлыҡ итә.
Ҡала буйлап ойошторолған рейдта ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты, полиция, граждандар һағы идаралығы, һәм башҡа социаль хеҙмәттәр вәкилдәре сыға. Улар аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендә йәшәгән ғаиләләрҙең торлаҡтарын тикшерә. Шулай уҡ яңғыҙ көн итеүсе оло йәштәгеләрҙең, һуғыш осоро балаларының да хәлен беләләр. Был категорияға ингәндәргә янғын һағы извещателдәре бушлай таратыла.
Рейд барышында 5 кешенең йортона янғын һағы извещателе урынлаштырылды. Сөнки был бәләкәй генә ҡоролма ҙур бәләнән ҡотҡара. Ваҡытында тауыш биреп һәләкәттән һайҡлауға һәләтле. Дөйөм алғанда бындай ҡоролма һәр йортта урын алырға тейеш. Уттан һаҡланыу бер кемгә лә ҡамасауламай.