Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
10 Март 2023, 12:20

Ғәҙелша шарлауығында кешеләр туңа яҙған

8 март барыһы өсөн дә ҡыуаныс килтермәгән. Магнитогорскиҙан 10 турист Баймаҡ районында урынлашҡан Ғәҙелша шарлауығына килгән һәм төнгә тиклем шунда тороп ҡалған.Сөнки ҡапып ҡапыл көслө ҡар бураны башланыл, юл ябылған, туристарҙың машинаһы батҡан. 112 номерына шылтыратҡас, уларға Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ебәрелә.

Ғәҙелша шарлауығында кешеләр туңа яҙған
Ғәҙелша шарлауығында кешеләр туңа яҙған

Хеҙмәткәрҙәр ике ҡаргиҙәрҙә килеп, барыһын да ҡотҡара. 23:00 сәғәттә бөтә төркөм Сибайҙа була. Унда уларҙы Магнитогорск ҡалаһына алып ҡайтыу өсөн туғандары көткән.

Автор:Гульдар Кадаева