+20 °С
Болотло
Еңел табыш артынан килгән ир тышҡа сығып ҡасырға маташа. Әммә Виктор, аптырап ҡалмай, үтеп барыусыны ярҙамға саҡыра.
Кассир иһә ул арала ярҙам төймәһенә баҫа. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, һөжүм итеүсене ҡулға ала.
Бурҙың яңғыҙ булмауы асыҡлана. Әммә иптәшенең тотолғанын күргәс, ул тиҙ генә енәйәт урынынан ҡаса.
Әле енәйәт эше буйынса ике ғәйепләнеүсе лә ҡулға алынған. Уларға 10 йылға тиклем төрмә янай. Ә ҡораллы бурҙы ауыҙлыҡлай алған магазин директорына яҡын арала награда тапшырылырға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан